Сираттағы бер командировкала ауылда гөрләтеп донъя көткән, тупылдатып бала тапҡан йәш ғаиләләр хаҡында мәғлүмәт табыу тигән маҡсат ҡуйылды. Дөрөҫөрәге, үҙеңдең көсөң менән ауылда йәшәп буламы? Килеп төштөк ауылға, шундай ғаиләләрҙең береһенә инеп тә киттек. Ысынлап та, күркәм йәшәйҙәр. Батша йортондай өй төҙөп сыҡҡандар, һарай тулы мал, ихатала ниндәй генә техника юҡ. Ә ата-әсәһенә кемдер ярҙамлашып, кемдер һөйләшергә ҡамасаулап йөрөгән балалар – үҙҙәре ниндәй йәм!
Билдәле, һәр бер матур ғаилә тарихы ла матур ваҡиғанан башлана. Танышҡандар, ҡауышҡандар... Әңгәмә барышында ошо хаҡта ир менән ҡатын тәфсирләп һөйләй. Тик былар ғына аҙ шул, төп һорау: ауылда үҙ көсөң менән нисек итеп донъя көтөргә, шәхси ихатаңдағы үҫтергән, үрсеткән менән табыш алып буламы? Шуға хистәрҙән һандарға күсәбеҙ: күпме сығым, керем бар?
...Ғөмүмән, тик елкәң генә ҡарышмаһын, ауылда йәшәп, үҙ көсөң менән дә донъя көтөргә була икәнлегенә инандыҡ! Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп, хушлаштыҡ.
Бер нисә көн үткәс, таныш шылтырата:
– Ниңә кеше ҡурҡытып йөрөйһөң? – ти ул.
– Бәй теге көндө Фәләновтарға барғанда, табыштарын ентекләп һорашҡанһың да инде.
– Шунһыҙ мәсьәләнең айышына нисек төшөнөргә кәңәш итер инең?
– Уныһы шулай ҙа, тик, ярай әле мин асыҡлап ҡуйҙым, бына “Әллә хәбәрсе тип алдап, һалым инспекторы килдеме икән?” тип ҡурҡып бөткәндәр.
Ни ҡылаһың, һәр журналистың үҙ эш алымы шул. Нисек кенә булмаһын, мәҡәлә донъя күрҙе, Фәләновтар яҙманы оҡшатып, шылтырата башланы, тағы саҡыра. “Ауылда балаларға ата-әсәнең иғтибары” тигән тема бар барлыҡҡа, тик бәлиғ булмаған балаларҙы яҡлау бүлегенән тип тормаһалар инде...
Әйткәндәй, ошо ваҡиға аша шуныһын да билдәләп китәйек: хәҙер үҙҙәрен, ысынлап та, башҡа һөнәр эйәләре тип таныштырып, алдаусылар ишәйҙе. Кемдер газ менән тәьмин итеү хеҙмәткәре тип, өйҙәге әйберҙәрҙе сәлдерә, “идаралыҡ компанияһы” хеҙмәткәрҙәренең “иғәнә-ләр” йыйғанына ла тап булабыҙ. Шуға ҡу-наҡтарҙың үҙҙәрен дә һынарға онотмайыҡ.