Йәштәрҙең үҙҙәре генә көлөп ҡалмай, тамашасыны ла илатҡансы көлдөрөрлөк итеп әҙерләнгәндәре тәүге минуттан уҡ һиҙелде. Йомшаҡ ҡына юмор аша ишаралап, улар төрлө социаль һәм сәйәси проблемаларҙы ла урап үтмәне. Мәҫәлән, үҙенсәлекле итеп телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында: “Башҡорт теле, башҡорт халҡы бер ҡасан да үлмәй. Сөнки ахыры заман етһә, икенсе көнөнә тура эфирға хәбәрҙәр менән Флүрә Мурзина сыға”, – тип шаяртып алдылар. Шулай уҡ йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙән дә әсе көлөргә тартынып торманы улар. Мәҫәлән, “Әбйәлил кафеларының менюлары һайлау бюллетене һымаҡ. Нимә генә һайлаһаң да, бишбармаҡ алып киләләр” тигән шаяртыу жюри иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмағандыр. Ә “Самогон һатҡан Мәфтуха апайға күстәнәс итеп буш шешә килтерәләр” тигән һүҙҙәрҙән һуң көлөргәме-иларғамы икән тип аптырарһың, сөнки ауылдарҙа, ысынлап та, көмөшкә йәки башҡа төрлө спиртлы эсемлек һатыусыларға эскелек һаҙлығына батыусылар кире араҡы тултырып алып ҡайтырға буш шешә, өйөндәге һуңғы әйберен килтереп тапшырырға әҙер.