Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2018, 18:24

Көн ҡаҙығында – ҡала транспорты

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса республикала пассажирҙарҙы ташыусы транспорт компанияларын тикшереү башланыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Сара барышында Стәрлетамаҡта прокуратура хеҙмәткәрҙәре, ЮХХДИ инспекторҙары һәм Госавтодорнадзор 40-тан ашыу ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлаған һәм 2 автобусҡа арест һалынған.

– Легаль булмаған ташыусылар линияға сыҡмағанда, өҫтәлмә рәүештә рәсми теркәлгән маршруткаларҙы файҙаланырға тура килде. Шулай булһа ла иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә ҡала транспорты етешмәй, – тип аңлатма бирҙе ҡала хакимиәте баш-лығы урынбаҫары Юрий Тротт.
Әлбиттә, бындай көрәш буш урындан барлыҡҡа килмәй, бит ле-галь булмаған ташыусылар арҡаһында күпме күңелһеҙ осраҡтар теркәлә: йә автобус водителдәре урам уртаһында һуғышып китһенме, йә уҙыша башлаһынмы, газ балондары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға бында Юрий Волдемаровичтың артабанғы һүҙҙәре ҡиммәт.
– Легаль ташыусылар ваҡытында медицина һәм транспорт күҙәтеүе үтә. Шулай уҡ бындай маршруткаларҙа пассажирҙар билет алған осраҡта, юл-транспорт ваҡиғаларынан страховкалана. Халыҡҡа уңайлыҡтар булдырыу өсөн яҡын арала ҡала транспортының йөрөү ваҡытын ҡай-танан ҡараясаҡбыҙ, – тип билдәләне хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Әйткәндәй, бөгөнгө көндә 6 рәсми теркәлгән ташыусы эшләй, ҡала урамдарына 290-ға яҡын автобус сыға. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: ҡалала легаль булмаған ташыусылар менән Стәрлетамаҡта һуңғы ике йыл эсендә ныҡлап шөғөлләнәләр.
Ф. МӨХӘМӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: