Фәрит ҡаланың 2-се гимназияһында уҡып йөрөгәндә балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеп, уҡытыусыһы Александр Синицындан борғола уйнарға өйрәнә. Ә 9-сы класты тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы музыкаль колледжға уҡырға инә. Уҡытыусыһы Рәмил Бүләкҡолов ярҙамында Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге кон-курстарҙа ҡатнашырға, Мәс-кәү консерваторияһында сығыш яһарға ла өлгөрә ул. Колледжда уҡығанда хатта Владимир Спивак асҡан музыка мәктәбендә практика үтә. Өлкән коллегалары Фәриттең уҡытырға һәләтле булыуын билдәләп үтәләр, сөнки уның менән шөғөлләнеүсе балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе була. Колледжды тамамлағас, Рәмил Бүләкҡоловтың кәңәше менән Фәрит һәм тағы ла бер нисә егет Мәскәү ҡалаһындағы Маймонид исемендәге дәүләт классик академияға уҡырға инә. Егеттең был академияла төпләнеп китеүендә элегерәк Мәскәүҙә үткәрелгән конкурс-тарҙа танышҡан уҡытыусы Алексей Корнильевтың роле ҙур була. Ул тап имтихан мәлендә Фәриткә ярҙам итә. Фәрит быны яҙмыш бүләге, тип ҡабул итә. Әйткәндәй, Фәрит бер юлы Мәскәүҙең 4 юғары уҡыу йортона документтарын тапшыра. Әйтеүе генә еңел, ә бит имтихан биргәндә егеткә Мәскәүҙең бер осонан икенсе осона электричкала елдерергә, әҙерләнергә тура килә. Юғары балдар менән Мәскәүҙе баш эйҙерә алған егет, бер йыл уҡығандан һуң, әрмегә алына. Ул Рәсәй Армияһының генштабы оркестрында хеҙмәт итә, 7 ноябрь, 9 Май парадтарында оркестрҙа сығыш яһай. Армиянан “Хәрби парадта ҡатнашыусы” миҙалы менән ҡайта. Ул арала Фәрит юғары белем ала башлаған уҡыу йорто “Косыгин исемендәге Рәсәй дәүләт университеты” тип үҙгәртелә. Егет бөгөн ошо университеттың музыкаль донъяуи мәҙәниәт факультетында уҡып йөрөй. Ҙур театрҙа, консерваторияла сығыш яһаған, ғөмүмән, Мәскәү тиклем Мәскәүҙең сәх-нәләрен оркестрҙа биҙәгән егет ата-әсәһенең генә түгел, стәрлетамаҡтарҙың да ғорурлығы ул.