Камилланың батырлығы тураһында “Ашҡаҙар” гәзитендә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Быйыл апрель айында ул класташы Миша менән мәктәптән ҡайтып килгәндә була был хәл. Стәрле күперен сыҡҡас, улар һыуҙа йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙе ашатырға уйлайҙар. Бер ыңғайҙа боҙ әрселгән ергә барып, ҡағыҙҙан ка-раптар эшләп йөҙҙөрмәксе булалар. Шул мәлдә ҡапыл боҙ уйыла һәм Миша һыу аҫтына төшөп китә. Камил-ла юғалып ҡалмай, малайҙың портфеленән эләктереп ала һәм уны ярға һөйрәп сығара. Унан һуң малайҙы өйөнә алып ҡайтып, ҡайнар сәй эсерә һәм еүешләнгән кейемен киптереп, йылынырға ярҙам итә.