Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ноябрь 2018, 14:36

Эсәр һыуҙарыбыҙ шифалы булһын

Һыу. Донъяла бер тереклек тә һыуҙан башҡа йәшәй алмай. Һыу – ул йәшәү сығанағы. Тормошобоҙҙо бер генә көн булһа ла һыуҙан башҡа күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Аллам һаҡлаһын! Таҙалыҡта иң мөһим роль уйнаусы ла – һыу. “Һыуҙан таҙа булып булмаҫ!” – тип боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Ә инде эсәр һыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген әйтеп тә тораһы түгел.

Стәрлетамаҡ “Водоканал” предприятиеһы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәлдә, һүҙебеҙ халҡы 270 меңдән ашыу булған Стәрлетамаҡ ҡалаһын һыу менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә урынлашҡан, күҙгә әллә ни ташланып бармаған предприятиеның төп бурысы, әлбиттә, ҡала халҡын эсәр һыу менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү. Бында юғары профессиональ әҙерлекле кадрҙар эшләй. Улар иңендә – капиталь ремонт, төҙөлөш һәм һыу менән тәьмин итеү, һыу биреү системаларын һәм объекттарын файҙаланыу буйынса сифатлы эш башҡарыу. Әһә-миәтле дата уңайынан уҙғарылған тантаналы йыйылышта “Межрайкоммунводоканал” предприятиеһы директоры Александр Пантелеевтың телмәре республикалағы иң эре предприятиеларҙың береһе булып тор-ған Стәрлетамаҡ һыу каналы тарихы тураһында булды. Алыҫ 1943 йылда ҡалала тәүге һыу үткәргестәр һалына. Александр Леонтьевич ойошманы ул саҡта етәкләгән А. С. Чаплыгиндан алып бөгөнгө көнгә тиклем һыу хужалығын алып барған директорҙарҙың исемдә-рен атап, улар тарафынан башҡарылған бихисап эштәрҙе барлап сыҡты.
– Бөгөн беҙҙең ҡаланы һыу менән туйындырыу өсөн тәүлегенә 68 мең кубометр һыу тотонола, – тине етәксе. – Берғамыт һәм Асҡын күле, Ашҡаҙар, Ергән һыу сығанаҡтары, «БСК» акционерҙар йәмғиәтенең 52 мең кубометр күләмле һыу резервуары паркы һыу алыу ҡоролмалары, дөйөм етештереүсәнлеге тәүлегенә 150 мең кубометр булған 7 насос станцияһы, һыуҙы зарарһыҙландырыусы 5 ҡулайлама, 478 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәреү системаһы эшкә егелгән. Шулай уҡ 14 канализацион һыу һурҙырыу станцияһы һәм 263 километр һыу таратыу селтәре үҙ эшен башҡара, – тип барланы ул.
Юбилей тантанаһында эсәр һыу менән тәьмин итеүселәрҙе БР тор-лаҡ-коммуналь хеҙмәт министры урынбаҫары Юрий Палтусов менән ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Андрей Ермолаев юбилей менән ҡотлап, хеҙмәт алдынғыларына һәм ветерандарға маҡтау грамоталары тапшырҙы. Тантаналы йыйылышты үҙе-нең сығышы менән “Һыу менән тәьмин итеү компанияһы” директоры Андрей Башкиров тамамлап ҡуйҙы. Артабан байрам уңайынан ойошторолған матур концерт та шифалы һыуҙай күңелгә сафлыҡ бирҙе. Бына шундай бай һәм иҫтәлекле сара әҙерләгән предприятие коллективы. Ә һыу биреүселәргә киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, һәммәбеҙ өсөн дә крандарҙан һыуҙар гөрләп ағып торһон, эсәр һыуҙарыбыҙ таҙа һәм шифалы булһын тип теләйек!
Роза САФИНА.
Читайте нас: