Стәрлетамаҡ яғынан күпергә яҡынлашҡанда бик күп машиналарға тап булаһың, хужаларға техникаһын ошонда ҡалдырып китеүҙән башҡа сара юҡ, күрәһең. Беҙ ҙә улар кеүек машинаны ҡалдырҙыҡ та, күпер аша икенсе ярға юлландыҡ. Әлегә күпер аша бер техника ла йөрөмәй, йәйәүлеләрҙе генә осраттыҡ. Улар үҙ-ара дауаханаға, эшкә, уҡырға китеп барғандары тураһында һөйләшә. Уларҙың һөйләшкәненән бындағы ремонт тураһында ла ишетелеп ҡала.
Иртә менән йылға һауаһын һулап, йәйәүләп йөрөгән дә юҡ тиерлек. Бына ҡайҙа ул романтика! Шулай ҙа машинала елдереп үткәндә күпер ул тиклем үк оҙон булып тойолмай ине, йәйәүлегә тәбиғәткә һоҡланып барырға ваҡыт та күп, ярар әле һауа торошо әллә ни шаяртмай. Һауа торошо тигәс, ҡайҙа һуң ремонт яһаусылар? Өҫтән яуып тормағанда, көн йылыраҡ ваҡытта тиҙерәк эшләй һалырға кәрәктер.
Эшселәр күпер өҫтөндә түгел, ә күпер аҫтында, уны тотоп торған бағана эргәһендә ине. Ремонт эштәрен Өфө подрядсыһы «Лидер» компанияһы башҡара.
– Эш ҡыйынлыҡтары бар, әлегә пландан ҡалышмайбыҙ. Беҙ күперҙе тотоп торған терәк бағанаһының береһен эшләп тапшырасаҡбыҙ, ул 11 өлөштән тора, әлеге ваҡытта 3-һе әҙер, – ти участка начальнигы Евгений Васильев.
Ремонт эштәрен 5 декабргә тамам-ларға вәғәҙәләйҙәр, әммә күпер аша йыш йөрөүселәр тиҙерәк уның сафҡа инеүен теләй.
Ишембай районы Ишәй ауылына ҡайтып барыусы Гөлнара Шәрәфетдинова:
– Иртәнсәк ауылдан күпергә тиклем улым алып килгәйне, әле дауаханаға барып йөрөп ҡайттым. Күпер һәр ваҡытта ла кәрәк инде ул, ауылдан эшкә йөрөүселәр иртә менән сығып китәләр, әлегә уларға ҡыйын. Оҙаҡҡа яптылар бит, был юлы эшләп бөтһөндәр ҙә башҡа борсомаҫтар тип уйлайбыҙ инде.
Ишембай районы Петровск ауылынан Әҙһәм Шәймәрҙәнов:
– Әллә ниңә шулай тура килде, күпер ябылғас та ҡалаға көн дә тиерлек юл төшә башланы. Әлбиттә, рәхәткә өйрәнгәс, оҡшатмай халыҡ, әрләп тә ала. Күперҙе япмай ҙа булмай, шулай ҙа ҡуйған ваҡытында эшләп бөтһәләр яҡшы булыр ине.