Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2018, 14:18

МӘСКӘҮҘӘН ДӘ ЕҢЕҮ МЕНӘН ҠАЙТ, МАРИЯ!

Күптән түгел генә Өфөлә “Йыл тәрбиәсеһе” республика конкурсы тамамланды. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 77-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Мария ЗАПЛОХОВА абсолют еңеүсе тип танылды.

Стәрлетамаҡ вәкилдәре йыш ҡына республика конкурстарында еңеп тора, уңышҡа өлгәшеүселәрҙе эш урынына барып күрергә күнеккәнбеҙ. Был юлы ла тап шулай иттек, 77-се балалар баҡсаһына барып, Марина Владимировнаны күрҙек, бәйгенән ҡанатланып ҡайтҡан өлкән тәрбиәсе еңеү тәьҫораттары менән дә бүлеште.
Мария Заплохова 15 йылдан ашыу мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эшләп килә, белемен һәр ваҡыт камиллаштыра, өс уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес ул. Тәрбиәсе фекеренсә, бөгөнгө педагогтар ошондай конкурстарҙа мотлаҡ ҡатнашырға, белемен генә түгел, кеше алдында сығыш яһау оҫталығын да даими камиллаштырырға тейеш.
– Был – беҙҙең берҙән-бер оҫталар араһындағы һөнәри конкурс, унда ҡат-нашмай ҡалыу мөмкин түгел. Үҙеңде генә күрһәтеп ҡалмайһың, башҡаларҙан да өйрәнәһең, бик яҡшы тәжрибә, – тине еңеүсе. – Бәйгенең тәүҙә ҡала этабы еңеүсеһе булдым, бына әле Өфөлә лә еңдем, артабан Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡмын, был, әлбиттә, икенсе яҡтан яуаплылыҡ өҫтәй. Бәйгенең һуңғы өлөшөндә БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова менән “түңәрәк өҫтәл”дә аралашыу ҙа конкурстың әһәмиәтен билдәләне, етәксенең был өлкәлә тәжрибәһе булыуы аралашыуҙы һөҙөмтәле итте.
Республика конкурсында бөтәһе 51 конкурсант ҡатнашҡан, һәр бәйгесе тәү сиратта үҙен интернет ресурстарҙа күрһәтергә тейеш булған, эштәр шәхси блогта һәм белем учреждениеһының рәсми сайттарында алып барылған. Тәрбиәселәр шулай уҡ Өфөлә йәрәбә буйынса төшкән балалар баҡсаһында таныш булмаған балалар алдында 10 минут эсендә жюри ағзаларына үҙенең һәләттәрен күрһәтергә тейеш булған.
– Балаларға ниндәй мөнәсәбәт менән киләһең, улар ҙа шулай яуаплай, бер-беребеҙҙе белмәһәк тә бәйләнешкә инә алдыҡ, сит урында ла теләгән маҡсатыма ирештем, – ти бәйге барышы тураһында Мария Заплохова. – Хәҙер балалар баҡсаһы элекке кеүек ата-әсәләр эштә булған ваҡытта ҡарап тороу урыны ғына түгел, заман үҙе яңы талаптар ҡуя, балаларға үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырыла. Был ваҡытта тәрбиәселәргә лә юғалып ҡалмаҫҡа, ә яңыса эшләү мөмкинлеген уйлап табырға кәрәк. Һәр тәрбиәсе үҙ түңәрәген алып бара, балалар уйнап ҡына йөрөп ваҡытын үткәрмәй, белемен камиллаштыра, яңы һөнәрҙәргә өйрәнә, – тине ул балалар баҡсаһының әлеге тәрбиә һәм белем биреү әһәмиәте үҫеше тураһында һығымта яһап.
Еңеүсегә артабан да уңыштар теләп ҡалайыҡ, сөнки тәжрибәле белгес Рәсәй конкурсында ла еңеү менән ҡайтырға тип ныҡлы тотонған.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: