Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2018, 13:46

Таланттар йәшәй

Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы «Алтынай» балалар баҡсаһында балаларҙың күңелен үҫтереүгә бәйле төрлө саралар үтеп тора.

Кескәй генә булһалар ҙа балалар араһында шиғырҙарҙы оҫта һөйләүселәр ҙә бар, ошо арала тап уларға сәхнәгә сығып тамаша ойоштороу мөмкинлеге булды. Йола буйынса йыл һайын ойошторолған конкурсты быйыл Ғаилә йылына бағышлап, «Минең ғаиләм – минең таянысым» тип атаныҡ.
Был конкурста уртансы һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәре балалары һүҙ оҫталығында һынау тотто. Бәйгенең мәртәбәһен тойған балалар ҙа үҙҙәрен күрһәтергә тырышты, ныҡлы баҫып жюри алдында ғаилә, Тыуған ил тураһындағы шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Үҙебеҙҙә ойошторолған сара яуаплы булһа ла, кескәйҙәрҙе бәйге шарттары менән оҙаҡ ялҡытманыҡ. Башҡорт халыҡ уйындары уйнатып, бейеү һәм йыр сығыштары менән байрамса кәйеф тә бирҙек. Яуаплы тигәндән, бәйгенең дауамлы булыуын күҙ уңында тотабыҙ, сөнки жюри ағзалары һайлап алған балалар артабан үҙ һәләттәрен «Аҡ торналар байрамы» республика шиғыр һөйләү конкурсында үҙ һәләттәрен күрһәтергә тейеш ине.
Бәйгелә ҡатнашыр өсөн ҡала-быҙға республиканың төрлө урындарынан оҫта шиғыр һөй-ләүсе балалар килгәйне. Улар араһында беҙҙең конкурсанттар ҙа юғалып ҡалманы. Өс көн дауам иткән конкурста 11 бала дипломға лайыҡ булды. Бына улар: Мурашева Сафина, Ғәлләмова Самира, Баталова Алтынай, Муллағолова Алина, Манаева Эмилия, Фәттәхов Ғайсар, Шә-рәфетдинова Диләрә, Ғайсин Ленар, Әбделмәнов Ранель, Челотканова Яна, Хәйретдинов Рөстәм. Беҙ кескәйҙәребеҙ ме-нән ғорурланабыҙ, уларға арта-бан да уңыштар теләйбеҙ!
Э. ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Г. ХӘБИБУЛЛИНА,
«Алтынай» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Читайте нас: