Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2018, 14:29

Һағынырһығыҙ әле был йылдарҙы!

Һеҙ һүрәттә күргән Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенттары тырышып уҡып ултырһа ла, ҡыңғырау шылтырау менән улар урамға атлыға. Сөнки был йәштәр волейбол, футбол, хоккей, еңел атлетика, гимнастика, гер күтәреү менән шөғөлләнергә, һикерергә, йүгерергә һәр ваҡыт әҙер.


Юғары стипендия

кемгә тәтей?


Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенттары бар яҡлап та өлгөрә. Көс менән генә түгел, идара итеү һәм хеҙмәтләндереү, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу ҙа улар ҡулынан килә. Студенттарҙың да төрлөһө бар, кемдер ғилми эштәргә ылыға, ә кемдер йәмәғәт эштәрендә үҙен күрһәтә. Быны быйыл колледжда уҡыуын ослап барған Гөлназ Таһирова менән Элина Абдуллина ла дәлилләп тора. Ҡыҙҙар спорт менән дә шөғөлләнә, шулай ҙа уларҙың төп көсө төрлө ғилми конференциялар, олимпиада, конкурстарға йүнәлтелгән, уҡыуҙа ла улар тик “биш”кә генә өлгәшә. Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусы был ҡыҙҙар тиҙҙән ҡыҙыл дип-ломдарын да ҡулдарына алыр. Үҙҙәре һымаҡ уңыш яулар өсөн яңы ғына студент булғандарға, уҡыуҙарҙы ҡалдырмаҫҡа, ә дәрескә килгәс, ваҡытты бушҡа сарыф итмәй, әүҙем булырға кәрәк тип кәңәштәр бирә. Ысынлап та, парҙарҙа (дәрестәрҙә) йоҡлап ултырғансы яңы һөнәрҙәр, белем үҙләштереп ҡайтыу күпкә яҡшыраҡ.


Дәрес ҡалдырһаң – әрләмәйҙәр?


...Уҡыу йортона ярты йыл ваҡыт эсендә бер килеп күренмәгәндәр ҙә бар, тик уҡытыусылар уларҙы онотмаған, әрләмәй ҙә. Һүҙем Төркиәлә практика үтеп ҡайтҡан студенттар тураһында. Лиза Ошкина менән Карина Ғәлиева колледждың 3-сө курсында туризм йүнәлеше буйынса уҡый. Сит яҡҡа ба-рып, тәжрибә алып ҡайтырға йөрәктәре еткән ҡыҙҙарҙы иң тәүҙә йүнәлтмә алыу өсөн һынауҙарҙы уңышлы үтеүҙәрен баһаларға кәрәк. Тимәк, колледжда би-релгән белемдәр студенттарға әленән үк сит илдә эшләргә мөмкинлек бирә, шулай ҙа ҡыҙҙар уҡыуҙарын дауам итергә һәм киләсәктә нәҡ Башҡортостанда туризмды үҫтерергә ниәтләй.

– Беҙгә практик тәжрибә туплау буйынса сикләүҙәр юҡ, уҡыуы иркен. Үҙебеҙ ҙә тик ултырмайбыҙ, велосипедта сәфәрҙәргә сығып китәбеҙ, кәмәләрҙә йылғалар буйлап ағып төшәбеҙ. Әгәр ҙә үҙеңә сәйәхәт итеү, туризм оҡшамаһа, туристарҙы ла дөрөҫ хеҙмәтләндереп булмайҙыр тип уйлайым, шул уҡ ваҡытта күп телдәрҙе лә белеү мөһим.Төркиә сит илдәге тәүге тәжрибә булды, – ти Карина.

Егеттәрҙең

хыялдары шәп!


Был йәштәр менән нимә хәрәкәт итәлер, әллә иркенлек биргән һайын улар үҙҙәрен яңы эш, шөғөл менән тормошон байыта. Бына физик культура бүлегендә уҡып йөрөгән Әбйәлил егеттәрен генә алайыҡ. Руслан Әмиров менән Инсаф Ғәләүетдинов йәйге каникул ваҡытында ял итеү урынына Әбйәлил районындағы “Ирәндек” балалар лагерына вожатый булып урынлашып, 300-ҙән ашыу бала өсөн шәп ял ойошторған, кескәйҙәрҙең хәтерендә шәп ағайҙар булып ҡалған. Руслан – футбол, ә Инсаф хоккей буйынса район йыйылма командаһы өсөн дә сығыш яһай икән, әлбиттә, уҡыуҙан һорап китергә лә тура килә. Үҙҙәрен спорт менән артабан да бәйләмәксе, тренер булмаҡсы улар.

– Әлбиттә, профессиональ хоккейсы булырға теләгем бар, әммә, беҙҙә ҡала балаларыныҡы кеүек, 3-4 йәштән баш-лап шөғөлләнергә мөмкинлек булманы. Уҡыу йорттарын һайлаған ваҡытта район спорт комитеты етәксеһе кәңәше ҙур роль уйнаны, ул үҙе лә ошо уҡыу йортон тамамлаған. Быйыл уҡыуымды тамамлағас, әрме сафын уңышлы йөрөп ҡайтырға ине, үҙебеҙҙең яҡтарға ҡайтып, команда булдырырға хыялланам. Кескәйҙәр араһында ла минең кеүек хоккеист булырға теләүселәр барҙыр, хыялдарын тормошҡа ашырғы килә, – тип бүлешә пландары менән Инсаф.

– Беҙҙең уҡыу бик төплө бара, спорт менән шөғөлләнгән ваҡытта төрлө саҡтар була бит. Шуға медицина яғынан, физиология буйынса белем ныҡлы булырға тейеш. Спортсыға мәҙәниәтле булыу ҙа мөһим, ярышта үҙеңә ҡаршы сыҡҡан спортсыға ла ихтирам күрһәтә белеп, уны еңеү – үҙе бер талант. Сәғәттәр буйы спорт залында көс йыйыу, үҙеңде физик яҡтан камиллаштырыу менән генә шөғөлләнмәйбеҙ, теоретик яҡтан да белемде нығытабыҙ, мәҙәниәтле бу-лырға ла өйрәнәбеҙ, чемпи-ондарыбыҙҙан үрнәк алабыҙ, – ти Руслан һүҙгә ҡушылып.

Бында үтеп йөрөгән һәр кеше лә спортсы шикелле. Ҡаршыға осраған Йосоп Саттаров гер, ҡул көрәше менән шөғөлләнә булып сыҡ-ты, киләсәктә спорт мастеры кандидаты исемен алырға ниәтләнеүен әйтеп һалды.


Ҡараһам, донъя чемпионы китеп бара


Ысынлап та, чемпиондарға килгәндә, улар байтаҡ, уларҙың еңеүҙәрен һанап та бөтөрөрлөк түгел, үрнәк алып ҡына өлгөр. Ә ошо уҡыу йортонда донъя кимәлендә чемпиондар булыуы – үҙе иғтибарға лайыҡ. Ҡала кимәленән башлап, олимпия уйындарына тиклем уңышҡа өлгәшә был уҡыу йорто студенттары, уларҙың фотоһүрәттәре юҡҡа ғына колледж стеналарын биҙәп тормай.

Шул фотоһүрәттәргә ҡарап торған ике ҡыҙҙан да ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеүен ҡыҙыҡһынып һораным. Лиана Миһранова 3-сө курста булыуын әйтте, батутта һикереү буйынса төрлө кимәлдәге еңеүсе икән ул, Рәсәйҙең спорт мастеры. Эргәһендәге курсташы Настя Деева ла Рәсәйҙең спорт мастеры икән, еңел атлетика менән шөғөлләнә.

– 400, 800 метр араға шәп йүгерәм, – ти ул.

Ә Глеб Чугунов боҙҙа мотоциклдарҙа ярышыу буйынса атаҡлы спортсыбыҙ Ғабдрахман Ҡадиров юлынан бара.

– Был уҡыу йорто ҙур мөмкинлектәр бирҙе, һәм әлеге уңыштарым – тап уның ярҙамында. Күптәр һымаҡ популяр спорт төрөн һайламаным. Беҙҙән айырмалы спид-вей Польша, Швеция ил-дәрендә бик популяр, унда ҡатнашҡан һәр лига ярышы иң кәмендә 10 мең көйәрмәнде йыя. Был тиклем конкуренцияла шулай ҙа 2018 йылда командала донъя кубогын алдым, бынан алда 2017 йылда бронзаға өлгәшкәйнем. 2017 йылда юниорҙар араһында Рәсәй чемпионы булдым, – тип аса уңыш серҙәрен 3-сө курс студенты Глеб Чугунов.


Ирекмәндәрҙең мөмкинлеге сикһеҙ


Студенттар Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы дауам иткәнен дә онотмайҙар һәм был эштә лә әүҙемдәр, ҡалала үткән бөтә спорт ярыштарын, саралар ойоштороуҙа булышлыҡ итә.

– Беҙ Мәскәү һабантуйын ойоштороуҙа ярҙам иттек, колледждан минең менән 8 студент һайлап алынды. Тирмәләр ҡороу, сәхнә ойоштороу кеүек эштәрҙе башҡарҙыҡ, килгән халыҡҡа өйрәтеп, ярҙам итеп торҙоҡ. Беҙ мәҙәниәтебеҙҙе, республикабыҙҙы яҡшы күрһәттек тип уйлайым, – ти 4-се курс студенты Рауил Байназаров сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән бүлешеп.

Ғөмүмән алғанда, колледжда ирек-мәндәр эше әүҙем бара, студенттар, совет осорондағы һымаҡ, ауыл хужалығы предприятиеларына барып, хатта баҫыу эштәрендә лә ҡатнаша, ветерандарға ла ярҙам итә. Әйткәндәй, колледжда ирекмәндәрҙең һанын 725-кә еткерһәләр, уҡыу йорто нигеҙендә ирекмәндәрҙең төбәк үҙәге бында нығыныуы ла мөмкин. Шулай ҙа әлегә маҡсаттар кесерәк – Евразия уйындарына әҙерлек бара, масштаблы сарала ҡатнашыр өсөн ирекмәндәр араһында көслө һайлап алыу сараһы ойоштороласаҡ. Ҙур маҡсат, бәләкәйе... Һәр хәлдә, һайлап алыу майҙаны ҙур – әлеге мәлдә бында 30 төркөмдә 775 студент көндөҙгө һәм тағы ла 863-ө ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала.

Йылдан-йыл студент булып китер өсөн һынауҙар, талаптар арта бара, әммә уның менән абитуриенттар һаны ла арта икән. Уҡыу йорто республика өсөн генә түгел, ә сит өлкәлә йәшәүсе йәштәр араһында ла популяр: Ямал-Ненец округы, Силәбе, Татарстан, Чечен, Дағыстан республикаларынан килеп белгес булып сығалар бында. Шулай, төрлө милләт вәкилдәрен, төрлө өлкә менән ҡыҙыҡһынған егет-ҡыҙҙарҙы бер нисә төшөнсә ныҡлы берләштерә. Йәшлек, колледж, студент тормошо – бына нәмә мәңгелек һаҡланыр уларҙың күңелендә, кемдер тренер булып киткәс, кемдер донъяла билдәле спортсы кимәленә еткәс... Кем генә булһалар ҙа, эх, был йылдарҙы һағынырһығыҙ әле, йәштәр!

Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: