Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2018, 14:26

Хәтер яңыртып…

Күптән түгел үҙәк китапханала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәренең фашист илбаҫарҙарын Еңеүгә бағышланған “Беҙ хәтерләйбеҙ! Беҙ ғорурланабыҙ!” тигән 5 томлыҡ китап йыйынтығының презентацияһы булып үтте.

Китапта меңдән ашыу Стәрлетамаҡ фронтовиктары тураһында мәғлүмәт бар. Йыйынтыҡҡа “Стерлитамакский рабочий” гәзите биттәрендә 1965-2015 йылдарҙа баҫылған мәҡәләләр, очерктар, хәтирәләр, хаттар тупланған. Йыйынтыҡ – ветерандарҙың үҙәк ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән өс йыл буйы бергәләп башҡарған етди хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Уны сығарыуға Стәрлетамаҡ ҡала советы, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, пенсионерҙар ҙур өлөш индергән.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Петр Кузнецов, ҡала Ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Әлфиә Әсфәндиәрова – презентацияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бындай йыйынтыҡтарҙы сығарыуҙың мөһимлеген һәм кәрәклеген, бәләкәй Ватаныбыҙҙың тарихи хәтерен һаҡлауҙың әһәмиәтлелеген, әлеге ваҡытта ла Бөйөк Ватан һуғышы темаһының актуаллеген билдәләп үтте.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: