Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2018, 17:20

Төн сыҡҡансы яғыулыҡҡа хаҡ артҡан

14 ноябргә ҡарай төндә ҡалала дизель яғыулығы хатта 2 һумға ҡиммәтләнгән.

Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына яғыулыҡҡа хаҡты “йүгәнләнеләр” тип яҙып сыҡҡайныҡ, яғыулыҡ станциялары хужалары һүҙҙәрендә торманылар булып сыға һымаҡ. Хәҙер хаҡтар тинләп түгел, һумлап арта хатта.
“Лукойл” автозаправкалау станцияһында бер литр дизель яғыулығы хәҙер – 46 һум 90 тин, “Башнефть” станцияһында 45 һум 50 тин тора. “Газпром”да әлегә хаҡтар элеккесә ҡалған. Ярай әле башҡа яғыулыҡтарға хаҡ күтәрелмәгән, автоһәүәҫкәрҙәр уныһы өсөн еңел тын алып ҡуя.
Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзите был хәлде күҙәтеп барасаҡ.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: