– Әлеге ваҡытта шундай хәл күҙәтелә: имтихандар алдынан балалар күпләп мөрәжәғәт итә. Улар йә эстәре ауыртыуға, йә температуралары күтәрелеүгә зарланып терапевҡа, неврологҡа киләләр. Ә терапевт менән невролог ҡарағандан һуң, уларҙы психологҡа ебәрә. Беҙҙә психологты ни өсөндөр психиатр һымаҡ күрәләр, шуғалыр инде пациенттар тиҙ генә асылып бармай, – тип һөйләй Наталья Петровна.
Уға күберәген мәктәп йәшендәге балаларҙы килтерәләр икән. Бигерәк тә мәктәпкә барғас, тәүге ярты йылда балаларҙа проблемалар тыуа башлай. Ата-әсәләргә балаларын кәрәгенән артыҡ ҡурсаламаһындар ине, тип кәңәш итә психолог. Шулай уҡ 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙә уҡытыусылар, ата-әсәләре һәм иптәштәре менән мөнәсәбәттәре ҡатмарлашып, аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был осраҡта психологҡа башта ата-әсәләр мөрәжәғәт итә икән, аҙаҡ балаларын да алып килеп, тест үткәреп, үҫмерҙең эске торошон асыҡлайҙар. Психолог уларға кәңәштәр биреп, үҫмерҙе уратып алған кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте көйләргә ярҙам итә. Минең: “Ата-әсәләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?” – тигән һорауыма: “Балаларын һаҡлаһындар ине”, – тине Наталья Баязитова. Уның менән килешмәй булмай, сөнки хәүефһеҙлек гарантияһы ла ошоға бәйле бит. Ә бөгөнгө көндә баланың күңел торошон боҙоусы күренештәр байтаҡ.