Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь 2018, 14:05

Күңел сирҙәренә лә дауа табырға була

Стәрлетамаҡ психо-неврология интернатында тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү шарттары буйынса пилот проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән семинар үтте. Унда республиканың әлегеләй учреждение вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты.

Семинар эшенә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов уңыштар теләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ психо-неврология интернаты директоры Илдар Биктимеров был йорттоң барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгөһөнә тиклемге тарихы һәм бындағы йәшәү шарттары менән таныштырып үтте. Ысынлап та, йорттоң эсе буҫағанан уҡ күренә тигәндәй, интернатта күҙгә салынғандарҙың иң тәүгеләре “Донъя беҙҙең ҡулда”, “Сәләмәтлек мөйөшө”, “Почет таҡтаһы”, “Беҙҙең ҡаҙаныштар” тигән стеналағы күргәҙмә мәғлүмәттәр булды. Ә йыһазландырыуға килгәндә, бындай хәстәрлекте башҡа бер социаль учреждениела ла күргән юҡ ине әле. Айырым һүҙ – пациенттарға ҡарата иғтибар.
Юғарыла әйтеп үткән пилот программаһының асылы ла шунда: бындай кешеләрҙе йәмғиәт сирле булғандары өсөн үгәйһетергә тейеш түгел, ә, киреһенсә, үҙ итеп ҡарарға тейеш. Әйткәндәй, сит илдәрҙә күптән шулай. Хәйер, Пенза ҡалаһындағы “Вероника” йорто айырым кешеләрҙең хәйриә ярҙамы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм әле лә сафта. Был хаҡта Октябрьский интернат йорто директоры Зилә Баһауетдинова һөйләне. Ул шулай уҡ үҙҙәренең интернатында йәшәгәндәр араһында өйләнешеүселәр барлығы тураһында ла әйтеп үтте.
Благовещен психо-неврология интернаты директоры Айҙар Әйүпов иһә үҙҙәрендәге оҙатып йөрөүселәр менән йәшәү бүлегенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡанда, мәҫәлән:
– Элек-электән бындай сирле кешеләр һәр ауылда, ҡалала булған, уларҙы “тоҙһоҙ” тип йөрөткәндәр, – тип һүҙен алыҫтан башлап ебәрҙе. – Иң мөһиме: уларҙы башта ата-әсәһе, улар үлһә, туғандары ҡарар булған. Үҙҙәренә ҡарата йылы мөнәсәбәт булғанға, улар тормошҡа ла яраша алған. Йорт тирәһендәме, башҡа урындамы ҡулдарынан килгән эште башҡарғандар, – тип тә өҫтәне ул.
Серафимовка балалар йортонан килгән 6 үҫмер ҡыҙҙың өсәүһе генә 7 класс белемле икән. Хеҙмәт терапияһы буйынса инструктор Валентина Тихомирова нисек итеп уларҙы үҙҙәрен үҙҙәре ҡарарға, эшкә һәм көнкүреш шарттарына күнегергә өйрәтеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ә мәҙәни саралар ойоштороусы Рүзилә Шәфәғәтова балаларҙың ялы тураһында һөйләне. Ә инде ҡыҙҙарҙың интернаттағы тормошонан бер көн тасуирланған видеоны ҡарағас, бындай балаларҙың да тормошта үҙ ризығы, үҙ урыны, үҙ йорто булырға тейешлегенә тағы ла нығыраҡ инандыҡ.
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге директоры Зинфира Маскулованың “Рәсәй Фе-дерацияһында оҙатып йөрөүселәр менән йәшәү тәжрибәһе һәм уны Башҡортостан Республикаһында артабан үҫтереү юлдары” тигән докладының күсермәһен иһә һәр учреждениеға таратып бирергә булдылар.
Сара ирекмәндәрҙең эш тәжрибәһен уртаҡлашыу менән тамамланды. 2019 йылда социаль хеҙмәтләндереүҙең һәр стационар учреждениеһында проектты тормош-ҡа ашырыу ҡаралған. Стәрлетамаҡ психо-неврология интернаты коллек-тивы был башланғысты тәүгеләрҙән булып атҡарып сыҡты һәм башҡаларға үрнәк булып тора. Ә уларҙың күңел сирҙәренә дауа бирә белеүе – йөрәктәренә «май булып ята».
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: