Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2018, 14:19

ИНВАЛИД УРЫНЫНА КЕМ ДӘҒҮӘ ИТӘ?

Ҡаланың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре паралимпиада чемпионы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов менән берлектә инвалидтар өсөн махсус бүленгән машина ҡуйыу урындарына рейд яһаны.

Туҡталыш ҡағиҙәләрен боҙоу-сыларҙы осратыр өсөн күп кешеләр йөрөгән урындарға барыу ҙа етә, Ирек Айрат улы тикшереү өсөн «Сити Мол» сауҙа үҙәген һайланы. Әйткәндәй, был сауҙа үҙәге ишегенә иң яҡын урындар инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән, унда махсус билдәләр ҙә ҡуйылған. Был маҡсатта һәр бер рәттән 7 метр, йәғни ике машина ҡуйырлыҡ урын бар. Урындар күп булыуға ҡармаҫтан, һәр кем быға иғтибар итеп бармай, машинаһын магазинға яҡыныраҡ килтереп ҡуя ла үҙ эштәре менән инеп китә.
Сауҙа үҙәгенә инспекторҙар һәм Ирек Айрат улы менән барып туҡтағанда ла инвалидтар урынына машиналарын ҡалдырып китеүселәр табылды. Шуларҙың береһе Юлиә тип танытты үҙен, инспекторҙар ҡатынға 5 мең һум штраф һалды.
– Башҡа ваҡыт иғтибарлы булырға вәғәҙә итәм, әлбиттә, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарыбыҙҙың хоҡуҡтарын яҡларға кәрәк, – тигән фекер менән бүлешеп, машинаһына ултырып сығып китте ул. Һуңлап булһа ла аңлағас, ярай инде...
Ә бына икенсе машинаны эвакуатор тейәп алып та китте. Хужаһын күреп тә өлгөрмәнек тигәндә, сауҙа үҙәгенән бер ғаилә килеп сыҡты һәм машинаһын таба алмағас, инспекторҙар янына килде. Улар өсөн сауҙа үҙәгенә сәйәхәт 5 мең һум штраф, эвакуатор хеҙмәтенә һәм штраф стоянкаға түләүгә торош булды.
Бындай рейдтар артабан да дауам итәсәк, сөнки 4 сентябрҙә яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителде. Уның буйынса инвалидтарға махсус билдәләр индерелде.
– Яңыртылған «Инвалид» тигән билдәне хәҙер тик медик-социаль экспертиза бюроһында ғариза нигеҙендә алырға була. Билдәлә ҡулланыу ваҡыты, хоҡуҡлы граждандың исем-шәрифтәре яҙыла. Тимәк, инвалидтар өсөн билдә «исемле» һәм уны сауҙа нөктәләрендә һатып алып булмаясаҡ. Стәрлетамаҡта әлегә бындай билдә ҡуйылған транспортты осратманыҡ, ә бына Өфөлә бындай танытманы ике кеше күрһәтте. Рейдта төрлө кешеләр осрай: кемдер уҫал итеп әрләшә, ә бына ҡайһы берәүҙәр хаталарын аңлап, мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынып алып китә, – тине Ирек Айрат улы.
Автомобиленә ялған «Инвалид» билдәһе йәбештереп, машиналарын инвалидтарҙың транспорты өсөн тәғәйен урынға ҡалдырып китеүселәргә 10 мең һум штраф ҡаралған.
Инвалидтар өсөн машина ҡуйыу урындары дөйөм урындарҙың 10 процентынан кәм булырға тейеш түгел.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: