Башта Өфөнән – Мәскәүгә, унан 9 сәғәт буйы – Шанхайға, Шанхайҙан – Шэньянға остоҡ. Был минең тәүге тапҡыр самолетта осоуым, шуға бер аҙ шөрләтте һәм һағыш биләп алды. Хисле халыҡ та инде беҙ, әле аэропортта уҡ атай-әсәй, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты һағындыра, күҙҙән йәш аға. Мәскәүҙән осҡанда беҙҙең илдән Башҡортостан студенттары ғына самолетта, ҡалғаны – тотош Ҡытай халҡы. Шулай итеп, көнсығыш иле менән әле самолетта уҡ танышыу башланды. Ә Шэньянға яңғыҙым ғына килеп төштөм. Йонсотҡос эҫе һауа, ығы-зығы, ҡытайҙар үҙ телендә нимәлер һөйләй. Шулай студенттың сит илгә сәфәре башланып китте.
Шэньян Стәрлетамаҡтан ҙур, халыҡ һаны иһә Башҡортостандағынан ике тапҡырға артыҡ: 8 миллионға яҡын. Мин бында өс ай инде. Ҡаланы бөгөнгә тиклем яҡшылап белмәйем әле. Ләкин уның минең күңелемдә мәңге ҡаласағын ғына тоҫмаллайым.
Нәҡ Ляонин университетында белем аласағым апрель айында үткәрелгән һынауҙарҙан һуң билдәле ине. Университет студенттар шауы менән ҡаршы алды. Ул Стәрлетамаҡтағы өйрәнелгән студент тормошон хәтерләтте, тик студенттар һаны күпкә айырыла. Бында яҡынса 2 мең студент белем ала. Аралашыу инглиз телендә, тик телде яҡшы беләләр тип әйтмәҫ инем, беҙҙе уҡытҡан ҡайһы бер уҡытыусылар инглиз телен бөтөнләй белмәй тиерлек, шуға дәрес ҡытай телендә үтә. Кампус (студенттар ҡаласығы) бик ҙур, ул сит ил студенттары менән тулған. Бында Монголия, Корея, Пакистан, Тажикстан, Япония, Афғанстан, Һиндостан, Лаос, Вьетнам, Йемен һәм Африка илдәренән килгән студенттар белем ала. Ятаҡтан университетҡа тиклем барыуы ни бары 2 минут. Беҙҙең дәрестәр иртәнге сәғәт 9-сы яртыла башлана һәм көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем дауам итә. Көнөнә ни бары ике пар (4 дәрес). 45 минут һайын 10 минутлыҡ тәнәфес. Беҙҙең яҙыу, тыңлау, һөйләшеү дәрестәре бар. Һәр дәрес һайын өйгә эш бирәләр, әле беҙ күбеһенсә диктант яҙабыҙ. Талаптар бик үк ҡаты түгел, әммә ауырлыҡтар ҙа етерлек.
Дәрес бөткәс тә ашханаға барабыҙ. Ашхана ла, магазиндар ҙа кампус эсендә урынлашҡан, шуныһы менән бик уңайлы. Порциялары шул тиклем ҙур, бер ултырғанда уны ашап бөтөп булмай, шуға контейнерҙар менән алып ҡайтырға тура килә. Магазиндарҙа хаҡтарҙы күргәндән һуң, ашханала ашауы осһоҙораҡ икән, тигән һығымта яһаным. Әлбиттә, ҡытайҙыҡы ҡытайҙыҡы инде, бында һәр бер ризыҡҡа тәмләткестәр ҡушалар, шуға күрә ныҡ әсе, бигерәк тә өйрәнмәгән кеше өсөн, мин һаман әле дөгөнән башҡа бер нәмәне лә тәмләп ашай алмайым.
Беҙҙең ятаҡ бик ҙур, ете ҡатлы. Бүлмә бик бәләкәй, ике генә кеше йәшәйбеҙ. Бында һәр береһенең үҙ өҫтәле, үҙ шкафы бар. Ятаҡ матур, таҙа, кухнялар бик ҙур. Һәр ҡатта кер йыйыу машиналары бар, йыуыныу бүлмәһендә кабинкалар бик күп, бер ваҡытта ла сират юҡ. Беренсе ҡатта бәләкәс кенә магазин бар, тик унда бөтә нәмә ҡыйбат. Ваҡыты менән таныш ризыҡтар: ҡарабойҙай, ваҡ бәлештәр, салаттар килтереп торалар, тик хаҡтары шаҡ ҡатыра. Ҡытайҙа бөтә нәмә осһоҙ тиһәләр ҙә, минең күреүемсә, бөтөнләй улай түгел, бәлки, икенсе магазиндарҙа осһоҙораҡтыр, әммә әле ул тиклем йыраҡ араға йөрөгән юҡ.
Сығымдар әлегә тәүге айҙа күп китте, сөнки визаға, медосмотрға, страховкаға, ятаҡҡа түләргә кәрәк. Беҙҙең аҡса менән яҡынса 40-45 мең һум. Сығым тигәндән, Ляонин университеты стипендия түләмәй икән.
Ҡытайға барыу минең 1-се курстан уҡ ҙур хыялым ине. Килгәнемә инде бер ҙә үкенмәйем, ә, киреһенсә, шатмын, ошондай мөмкинлек биргән һәр кемгә рәхмәтлемен. Буласаҡ һөнәремде сит телдәр менән бәйләгем килә, шуға Ҡытайға килеү – минең өсөн күктән төшкән бәхет!
Ярай, һау булып тороғоҙ. Хәлдәремде артабанғы хаттарҙа яҙырмын. Барыһына ла минән сәләмдәр күндерегеҙ. Конвертҡа фотомды ла һалам.