Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 14:16

13-сө троллейбус ҡайһы туҡталышта икән?..

Хәҙер Стәрлетамаҡта «Аҡыллы транспорт» тигән бушлай мобиль ҡушымта эшләй башланы. Сервисҡа фәҡәт Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының маршруткалары һәм троллейбустары тоташтырылған.

Мобиль ҡушымта ярҙамында яҡындағы туҡ-талыштың атамаһын, троллейбустың туҡталыш пунктына килеү ваҡытын һәм йөрөү маршрутын смартфон аша күҙәтергә мөмкин. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ йәмәғәт транспортының «Аҡыллы транспорт» системаһында 20 маршрут эшләй.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта троллейбустар йылытыласаҡ. Ҡышҡы айҙарҙа пассажирҙарға йылы булһын өсөн троллейбустарҙың салонына өҫтәмә ҡоролма – мейес ҡуйыла. Йәмәғәт автотранспортын йылытыу ҡоролмалары менән йыһазландырыуҙы троллейбус идаралығы үҙе хәстәрләй. Ошо маҡсатта предприятие 327 мең һумға 22 яңы йылытҡыс ҡоролма һатып алған.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: