Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 14:00

Килендәр һәм ҡәйнәләр

Марс Нуриевтың «Уңалмаҫ яра» исемле әҫәренән өҙөк....Ауылда ҡарсыҡтар араһында Бибекәй әбейҙең үҙе менән тиң ҡартайған әхирәттәре лә бар. Шуларҙың береһе – Ғәзимә ҡарсыҡ. Бер көндө Бибекәй ҡарсыҡ үҙенең әхирәте янына инеп сығырға булды.

...Ауылда ҡарсыҡтар араһында Бибекәй әбейҙең үҙе менән тиң ҡартайған әхирәттәре лә бар. Шуларҙың береһе – Ғәзимә ҡарсыҡ. Бер көндө Бибекәй ҡарсыҡ үҙенең әхирәте янына инеп сығырға булды. Ғәзимә лә улы, килене менән бергә йәшәй. Бибекәй әхирәте янына ингәндә, уның улы менән килене бесән эшләргә киткәйне. Ғәзимә Бибекәй әбей килгәнсе ашъяулыҡ өҫтөндә ятҡан һыйыр майын, шәкәрен, һөтөн күҙ алдынан ситкә йәшереп, йыйыштырып та ҡуйҙы. Өйгә килеп ингән саҡырылмаған ҡунаҡты әйҙүкләп, ҡаршы алған булды: «Маҡтап ҡына йөрөйһөң, әйҙә, сәй эсеп алырбыҙ», – тип, әхирәтен һике өҫтөнә менеп ултырырға ҡушты. Тегеһе, аяҡ бөкләп, һикегә менеп ултырғас, ҡулындағы төйөнсөгөн сисеп, хәйергә төшкән аҙыҡтарын ашъяулыҡ өҫтөнә ҡуйҙы. Ике ҡоймағының берәүһен, дүрт йомортҡаһының икәүһен, тәмле йомшаҡ кәнфиттәренең бер нисәһен: «Минең күстәнәсте лә ауыҙ ит аҙыраҡ», – тип, Ғәзимә ҡарсыҡҡа һондо. Өй хужаһы үҙенә лә, әхирәтенә лә сәй яһаны. «Шәкәр бөткәйне, кәнфиттәрең йәтеш булды әле», – тип, ул кәнфиткә ҡушып, сынаяҡ аҫтына һалған сәйен, тыны менән өрә-өрә һемерергә кереште.
– Бакира килен бешерҙеме был әсе ҡоймаҡты? Бигерәк тәмле булған, – тине ул секерәйгән күҙҙәре менән Бибекәйгә сәнсеп ҡарап.
– Бындай тәмле ҡоймаҡты ашатыр минең килен! Ҡоймаҡ урынына йоҙроҡ эләкмәһә, рәхмәт әйтерһең, – тине теге әхирәтенә. – Күрше Лилиә килен бирҙе.
Бибекәй сынаяҡ аҫтына сәй ҡоя башланы. Шунда ғына ул сәйҙең һөтһөҙ икәнен күреп, өй хужаһынан:
– Атаҡ-атаҡ, буралай һыйыр һауып, һөтһөҙ ултыраһығыҙмы әллә? – тип һораны.
Ғәзимәнең яуабы әҙер ине:
– Эй, әхирәткәйем, киленем һөттө эсеп тик тора бит. Һауған һөтө быҙауға ла етмәй ҡала.
Бибекәй һикенән төштө лә ишек төбөндә эшләп ултырған һыуытҡыстың ишеген асып ебәрҙе. Һыуытҡыстың урта кәштәһендә һөт менән тулы өс литрлы банканы күреп, Ғәзимәгә былай тине:
– Бына бит, һөтөң бында ултыра. Ә һин киленем һөттө эсеп бөтөп тора тип, уға яла яғаһың. Изгелекле, аҡыллы киленеңде ситләтеп ғүмерең үтте. Ана, минең килен менән бергә тороп ҡара. Шунда белерһең яман менән яҡшының нисек икәнен.
– Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр. Һин дә башта киленеңде бик маҡтай инең. Хәҙер ни эшләп үҙгәргән һуң ул? Тимәк, үҙең боҙғанһың. Ә инде урам буйлап йөрөүең бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Әле Сөләймән ағай менән бергә йәшәгән сағыңда уҡ ауыл буйлап мөстәнләп йөрөргә ярата инең.
– Заманында һине лә ирең Закир ағай уйнаш иткәнең өсөн ат тәртәһенә бәйләп, урам буйлап сыбыртҡы менән ярып йөрөтә торғайны. Ауылыбыҙҙа башҡа бер генә ҡатынды ла ирҙәр ат тәртәһенә бәйләп, сыбыртҡы менән ярып йөрөтмәне.
Бибекәй бер сынаяҡ сәйен дә эсеп бөтмәй, урамға сығып китте... Сығыр алдынан әхирәтенә былай тине: «Хоҙай биргән ризыҡты йәшермә. Уны үҙең менән ҡәбергә алып китә алмаҫһың»...
Читайте нас: