Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 14:21

Сенатор бүләге

Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Федерация Советы комитеты рәйесенең фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса беренсе урынбаҫары Лилиә ҒҮМӘРОВА килде.

Башта Лилиә Салауат ҡыҙы граждандарҙы ҡабул итте. Ҡабул итеү ваҡытында төрлө мәсьәләләр күтәрел-де: күршеләр менән тынышмауҙан һәм сүп-сар түгә торған соҡорҙан башлап федераль кимәлдәге законлы баш-ланғыстарға тиклем…
Сенаторҙың ҡалабыҙға килеүенең тағы бер изге маҡсаты – 32-се балалар баҡсаһына бүләктәр тапшырыу ине. Ба-лаларҙың терәк-хәрәкәтте, интеллект, телмәрҙе һәм логик һәләтте үҫтереү өсөн интерактив комплекс “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы проекты буйынса республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға алынған. Был бүләк әлеге учреждениеның мәктәпкәсә төркөмөнә йөрөүсе балаларға тәғәйенләнгән. Интерактив комплекс панель, телевизор йәки интерактив өҫтәл булараҡ файҙаланыласаҡ. Уның артында бер һәм бер юлы дүрт бала ла шөғөлләнә ала.
Ҡунаҡтар балалар баҡсаһының бер төркөмөндә булып, унда тәрбиәләнгән кескәйҙәр менән танышты. Баҡсаға йөрөгөн 220 баланың 100-өнөң терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған булһа, 43-ө – инвалид.
– Бөгөн Стәрлетамаҡта 600-ҙән ашыу инвалид бала бар. Башҡа эре ҡалаларҙан айырмалы, коррекцион балалар баҡсаларын тейешле кимәлдә һаҡлап ҡала алдыҡ. Беҙҙә насар ишеткән, насар күргән, түбән интеллектлы балалар өсөн махсус балалар баҡсалары эшләй. Унда балаларҙы мәктәпкә әҙерләйҙәр, ата-әсәләр менән бәйләнештә торалар, – тип һөйләп үтте Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Әйткәндәй, балалар интерактив панель ярҙамында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп тә өлгөрҙө, осрашыу һуңында үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙылар.
Балалар баҡсаһы мө-дире Әлиә Ҡарасурина һүҙҙәренә ҡарағанда, коллективта 51 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 29-ы – терәк-хәрәкәт системаһы боҙолған балалар менән эшләй белеүсе педагогтар.
Ҡала хакимиәте баш-лығы Лилиә Салауат ҡы-ҙына бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе. Был Лилиә Ғүмәрованың һайлаусы-лары һораған тәүге бүләк түгел. Хәтерегеҙҙә булһа, ул былтыр сәнғәт мәктәбенә керамиканы ҡоротоу өсөн муфель мейес бүләк иткәйне.
Сенатор балалар баҡсаһында ин-валид балаларҙы тергеҙеү, уларҙы үҫтереү, бындай балалары булған ғаил-ләргә ярҙам итеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылғанын билдәләп үтте.
– Балалар баҡсаһы коллективына тәрбиәләнеүселәренә бүләк иткән көндәлек хәстәрлектәре һәм мө-хәббәттәре өсөн рәхмәт әйткем килә, сөнки бер ниндәй заманса ҡорамал да тәрбиәселәрҙең һәм педагогтарҙың балаларға булған йылы мөнәсәбәтен алмаштыра алмай, – тине Лилиә Ғүмәрова.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: