Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 13:29

Укол яһатмаһаң, шәбәйеп булмай

Тормошта ҡайһы бер һөнәрҙәр – йәмғиәттең һәр саҡ иғтибарында һәм ихтирамында, сөнки уларҙың хеҙмәте беҙҙең үҫешкә, хәүефһеҙлеккә туранан-тура бәйле. Шул уҡ ваҡытта һәр һөнәр ҙә әлеге йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө, уларҙың эше лә беҙҙең тормошто матурлай, еңеләйтә... күҙгә күренмәһә лә.

Сирләгәндә күпме генә дарыу ашаһаң да, укол эшләтеүгә етмәй инде. Шуғалырмы, ҡалабыҙҙың ниндәй генә поликлиникаһын алып ҡарама, процедуралар кабинеты янында халыҡ гөж килә. Бында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла пациенттарҙың хәленә инеп, мөмкин тиклем яғымлы булырға тырышып, эштәрен еренә етке-реп башҡара, минеңсә. Тик ни өсөндөр хәтергә шул укол һалыусы түгел, ә ошо кабинетҡа йүнәлтмә биргән табип уйыла. Укол эшләтеү файҙалы, тик бына уны һалыусының ҡулы нисек бит әле… Юҡһа, аҙналар буйы шешенеп, сатанлап йөрөүең дә бар. Ә бына ҡаланың 2-се дауаханаһы поликлиникаһының процедура кабинетында эшләүсе Рита Әсфәтуллина ҡулының еңеллеге һәм яғымлылығы менән иғтибарымды йәлеп итте. Уның һалған уколдарынан, теләгән теләктәренән һуң, ысынлап та, терелеп китәһең. Уға хеҙмәт урынында кешеләрҙең сире менән генә түгел, күңел торошо – кеше психологияһы менән көн дә осрашырға тура килә һәм был “осрашыу” ниндәй генә булмаһын, шәфҡәт туташы эске донъяһы менән дә шәфҡәтле.
Рита – Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Мәктәптә уҡығанда уҡ биология, анатомия һәм психология фәндәрен яратҡан булған. 10-сы мәктәпте тамамлағандан һуң урындағы медицина колледжын һайлай. Ҡулына диплом алғас та ошо поликлиникаға эшкә килә.
– Һайлаған һөнәремде яратам, эшкә бик теләп йөрөйөм, сөнки яҡшы коллективҡа эләктем, – ти Рита Әбүзәр ҡыҙы.
“Аҡ халатлыларға һөйөү ҡайҙан килә?” – тигән һорауыма: “Иң тәүҙә аҡ халатлы апайҙы 5 йәшемдә поликлиникала күрҙем һәм уның һымаҡ укол ҡаҙап балалар һауыҡтырыусы булырға ҡарар иттем”, – тип яуапланы шәфҡәт туташы. Бала саҡ хыялы бойомға ашҡан уның. Бары тик айырма шунда: ул өлкән кешеләр менән эшләй.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: