Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 13:46

Заводта янғын: йәрәхәтләнгәндәрҙең хәле нисек?

Стәрлетамаҡта «Синтез-Каучук» заводының бер цехында көслө янғын сыҡҡан. Дүрт кеше зыян күргән, уларҙы 1-се ҡала дауаханаһына һалғандар. Зыян күреүселәрҙең икәүһенең хәле уртаса тип билдәләнгән, икәүһе ауыр хәлдә реанимацияла ята.

Билдәле булыуынса, бәхетһеҙ хәл 20 кубометр һыйыш-лы һауыттан изопентан газы сығыу арҡаһында килеп сыҡҡан һәм ялҡын тиҙ арала тирә-яҡты ялмап алған.
Эшселәргә килгәндә, табиптар зыян күреүселәрҙең хәлен күҙәтеү аҫтында тота. Ике эшсене Өфөгә 18-се клиник дауаханаға күсерергә ҡарар ҡабул ителгән.
Закон буйынса, предприятиела зыян күреүселәр 2 миллион һум күләмендә түләүгә иҫәп тота ала. Түләүҙәр йәрәхәтләнеү үҙенсәлегенән сығып, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланылған махсус түләүҙәр таблицаһы буйынса түләнә. Тик һаулыҡты бер ниндәй аҡса менән дә кире ҡайтарып булмай шул...
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: