Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2018, 13:36

Аҫыл таланттарҙы асты «АҪЫЛТАШ»

Үткән йылда башҡорт йәштәре башланғысы менән тәү башлап «АҪЫЛТАШ» уйыны уҙғарылды. Башҡорт телендә эшлекле һөйлә-шеүҙәр уйыны тип атарға мөмкин уны. Башҡортса дебаттарға 153 команда ярышҡа сыҡты. Ә быйылғы уйындарҙың төбәк этабы күптән түгел БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында үтте. Унда барлығы һигеҙ команда ҡатнашты.

Буласаҡ сәйәсмәндәр, депутаттар, етәкселәр өсөн генә түгел, ә, ғөмүмән, туған башҡорт телендә теләгән темаға фекер алышырға, үҙ уйҙарын матур итеп кешегә еткерергә өйрәнергә теләгән йәштәр өсөн был уйын. Уның шарттары буйынса, ҡатнашыусы төрлө «битлек» кейә: ил башлығы, хөкүмәт башлығы йәки башҡа төрлө етәксе була ала. Ул халыҡты үҙ маҡсаттарына инандырырлыҡ, үҙ артынан эйәртерлек итеп телмәр тоторға тейеш. Телмәр саф башҡорт телендә, бөтә аргумент-ышандырыуҙар ҙа – шулай уҡ үҙебеҙсә. Спикер үҙ ҡарашын яҡлап сығыш яһай, судьялар уға һорауҙар бирә, яуабын баһалай. Әлбиттә, тупаҫ һүҙҙәр бында яңғырамай. Спикерҙың сығышын өҫтәлгә һуғып туҡтаталар, сығыш тамамланғас та өҫтәлгә һуғалар, алҡышлайҙар. Һәр сығыш өсөн ваҡыт бүленә.
Фекер ҡеүәһен үҫтереүсе, билдәләүсе уйында сығыш яһауы, әлбиттә, еңелдән түгел. Бигерәк тә мәктәп уҡыусылары өсөн, шулай ҙа йәштәр бирешергә теләмәйенсә, матур-матур фекерҙәр яңғыратты. Факультет деканы Рәйсә Илишеваның дәртләндереү һүҙҙәре уларға ҡанат өҫтәмәй ҡалманы. Шулай уҡ судья, ӨДНТУ-ның I курс студенты София Ғайсинаның яңғыраған фекере лә иғтибарға лайыҡ: “Башҡорт телендә һөйләшеүсе йәштәр аҙая, был бик хәүефле хәл. Тел һаҡланып ҡалһын өсөн бындай уйындар йыш уҙғарылырға тейеш. Улай ғына ла түгел, туған телендә кеше тиҙ һөйләй, фекерен тулы итеп еткерә ала”, – тине ул.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тел һәм әҙәбиәт факультеты нигеҙендә үтһә лә, дебаттарҙы ҡарарға тип студенттар башҡа факультеттарҙан да күпләп килгәйне. Улар рәтендә булған Гөлшат Ниғмәтуллина үҙе тәбиғи фәндәр факультетының I курс студенты, әммә шәхес булараҡ үҫеүҙә, кеше менән аралашырға өйрәнеүҙә ҡоро теория, һандар-формулалар, ҡағиҙәләр менән генә сикләнергә кәрәкмәй тип билдәләй һәм ошондай йәнле аралашыуға “ҡыҙыҡһынып” килеүен белдерҙе.
Уйынға килгәндә, темалар бик киң бирелде. Мәҫәлән, шуларҙың береһе: “Хәҙерге заманда ҡатын-ҡыҙҙар әрмелә хеҙмәт итергә тейешме?” тигән һорау ине. Кемдер тейеш түгел тип барҙы, икенселәр тигеҙ хоҡуҡ хаҡында онотмаҫҡа саҡырҙы. Был тема, ысынлап та, ҙур диалог ҡорорлоҡ күренеш. Сөнки хәҙерге йәмғиәттә ир менән ҡатын роленә бер ҡатлы ғына ҡарап та булмай. Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙенсә яуап тапты, ҡатнашыусыларҙың береһе Алина Сәлихова әйтмешләй, һәр береһенең аңлы ҡарашы, позицияһы, йүнәлеше бар, тик бында тос яуаптар ғына түгел, йәштәребеҙҙең саф башҡортса итеп фекер алышыуҙары ҡиммәт. Афарин!
Ҡалабыҙҙың “Тышта ҡар”, “Хазина”, “Шатлыҡ”, “Аҫылдар”, “Тылсым”, “Төрки” командаларымы, Стәрлетамаҡ районының “Ҡаһым түрә”һеме, Ишембайҙың “Вәлиди вариҫтары”мы – һәр береһе үҙ фекерҙәрен әйтеп, аргументтар килтереп, лайыҡлы ҡапма-ҡаршы көрәште. Дебаттар бик ҡыҙыу үтте. Һәр бер команда үҙенсә көслө, үҙенсәлекле һәм дә бик ҡыйыу булып сыҡты. Шулай ҙа “Аҫылташ”тың аҫыл еңеүселәре лә билдәләнде – беренсе урынды «Төрки» командаһы алһа, икенсе урынды “Вәлиди вариҫтары” яуланы, өсөнсө урында – “Хазина”. Йәштәргә инде 12 декабрҙә Өфөлә үтәсәк финалда уңыштар теләргә ҡала.
Миләүшә АРЫҪЛАНОВА,
башҡорт филологияһы
кафедраһы уҡытыусыһы,
Зөбилә ТҮЛӘШЕВА,
«Йәш журналистар» клубы ағзаһы, факультеттың 2 курс студенты.
Читайте нас: