Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2018, 13:27

Башҡортса тапшырыуҙар юҡҡа сыҡмаҫмы?

“Һаумыһығыҙ! Хәҙер яңы төр телевидение буласаҡ тиҙәр. БЮТ каналын ҡарайым, үҙебеҙҙең башҡорт тапшырыуҙары оҡшай. Хәҙер ошо тапшырыуҙар, канал ҡалырмы икән?Сәлимә”.

Һанлы телевидениела мотлаҡ БЮТ телеканалы буласаҡ. Уны ҡарау өсөн ҡорамалдарҙы нисек көйләргә һәм тоташтырырға икәнен артабанғы юлдарҙа яҙып үтербеҙ.
Әгәр ҙә телевизорығыҙ DVB-T2 форматында эшләү мөмкинлегенә эйә булһа (2013 йылдан һуң етештерелгән), дециметр диапазонлы антенна ғына кәрәк. Телевизорға антеннаны кабель ярҙамында тоташтырып, автоматик рәүештә көйләү каналын ебәреү ҙә етә.
Ә 2013 йылға тиклем сығарылған телевизор булһа, антеннанан башҡа DVB-T2 форматлы һанлы приставка кәрәк. Был осраҡта антенна – приставкаға, ә приставка телевизорға тоташтырыла:
* телевизорҙы электр энергияһынан һүндерегеҙ;
* антенна кабелен һанлы телевизорға (йәки приставкаға) тоташтырығыҙ;
* телевизорҙы тоҡандырығыҙ;
* әгәр ҙә һанлы телевизор булһа, уны көйләү менюһына инеп, һанлы тюнерҙың (төрлө форматта күрһәтеү сигналдарын ҡабул итеү) эшен әүҙемләштерегеҙ, приставка аша булғанда, уға ярашлы инеү сигналы сығанағын һайлағыҙ, мәҫәлән, HDMI, AV, SCART һ.б.
* тоташтырып бөткәс, уны ҡулланыу күрһәтмәһен файҙаланып, программаларҙы автоматик рәүештә эҙләүгә ҡуйығыҙ. Уны ҡулдан эшләргә лә мөмкин. Аңламаған осраҡта, белгестәргә мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
БЮТ каналын нисек ҡарарға?
Республиканың төп телеканалы «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» элекке алым менән эшләүен дауам итәсәк. БЮТ каналы тапшырыуҙарын ҡарауҙы дауам итеү өсөн универсаль антенна һатып алырға йәки һанлы ҡорамал урынлаштырған хәлдә лә метрлы диапазонда ҡабул итеүсе антеннаны һаҡларға кәрәк буласаҡ. Әгәр һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә юлдаш тәрилкәһе ҡуйырға ниәт итһәгеҙ, операторҙар тәҡдим иткән пакетта БЮТ каналы бармы-юҡмы икәненә иғтибар итегеҙ.
Әйткәндәй,
Һанлы телевидениеға тоташыу интерактив сервисты файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Бөгөнгө көндә беренсе мультиплекстағы каналдар (“Беренсе канал”, “Матч ТВ”) киң форматтағы HbbTV технологияһы нигеҙендә күрһәтеү буйынса интерактив сервисты үҫтереү өҫтөндә эшләй. Ул телевидение менән интернет мөмкинлектәрен берләштерә. Был технология үҙ сиратында тамашасыларға тауыш биреүҙә һәм викториналарҙа ҡатнашырға, тура эфирҙан өҫтәмә белешмә мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Мәҫәлән, “Беренсе канал” ошо технология ярҙамында “Голос” шоуына яңы остаздарҙы билдәләне, йәғни улар өсөн тамашасылар тауыш бирҙе.
Бындай интерактив мөмкинлектәр DVB-T2 и HbbTV фор-матлы яңы телевизорҙарҙа, шулай уҡ ошо стандарттарҙағы приставкаға тоташтырылған иҫке телевизорҙарҙа бар.
Һанлы эфир тапшырыуына бәйле һорауҙарығыҙ булһа, бушлай “ҡыҙыу линия” телефонына (8-800-220-20-02) шылтыратып йәки сайт (смотрицифру.рф.) аша белешмә алырға мөмкин.
Читайте нас: