Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында заманса шыршы урынлаштырылып, ҡышҡы уйындар, аттракциондар эшләйәсәк. Тағы ла «Фабри» сауҙа үҙәге эргәһендәге “ТАУ” паркы ҡышҡы уйындар һәм байрамдар урыны булып торасаҡ.
Ҡала эшҡыуарҙары ла Стәрле йылғаһы буйында яңы йыл майҙансығы төҙөмәксе. Уларҙың көсө менән йылғаның Көнкүреш йорто эргәһендәге өлөшөндә балалар өсөн ике тау яһаласаҡ, 5 ҡатлы йорт бейеклегендәге шыршы биҙәләсәк һәм төрлө әкиәт геройҙары һындары ҡуйыласаҡ.