Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2018, 14:43

Төтөн дә бит шым ғына килеп сыға

"Янғын йә башҡа хәүефле осраҡтарҙа, бигерәк тә таныш булмаған бинала, кеше үҙен нисек тоторға тейеш?" тигән һорау һәр саҡ борсой. 35-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсаты менән үткән күнекмәләр уҡыусыларға һәр ваҡытта әҙер булырға өйрәтте лә инде.

Ғәҙәттә, мәктәптә үткән күнекмәләрҙә уҡыусылар-ҙы дәрестәренән айырып тышҡа алып сығып китә торғайнылар. Был юлы күнегеү планы буйынса беренсе һәм икенсе ҡатты тоташтырыусы баҫҡыстар мәктәп линейкаһы барышында ”ишелде”. Ҡыуанысҡа, уҡыусылар сарала ҡатнашыр өсөн беренсе ҡатта теҙелеп тора ине, тышҡа сығып китергә лә уңайлы булды. Шулай ҙа килеп еткән ҡотҡарыусылар эшһеҙ ҡалманы, биш уҡыусы дүртенсе ҡатта линейканан ҡасып торған. Улар шым ғына килеп сыҡты. Уҡыусыларҙы тик тәҙрә аша “ҡотҡарып ҡалыу” мөмкинлеге бар ине, ҡотҡарыусылар шулай итте лә инде. Махсус әҙерләнгән төрлө ҡоролмалар һәм алымдар менән улар биш ”кешене” (махсус ҡурсаҡты) юғары ҡаттан төшөрҙө.
– Ғөмүмән алғанда, бындай күнекмәләр шыма үтә. Бөтәһе 600-ҙән ашыу бала эвакуацияланды. Был уҡытыусылар коллективы һәм ҡотҡарыусылар өсөн бәйләнеш булдырыу һәм бергәләп эшләп ҡарау өсөн мөмкинселек булып тора. Шулай ҙа ысын ваҡиғалар була ҡалһа, кешеләрҙең нисек үҙен тотоуын бер кем дә әйтә алмай, күнекмәләр бер аҙ ярҙам итергә тейеш, – тине ҡаланың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Сергей Микин.
Бындай эвакуациялар артабан да тик күнекмәләр менән генә бәйле булһын.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: