Ашҡаҙар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2018, 14:11

Сүп өсөн баҡсасылар ҙа түләйәсәк

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә сүп-сар сығарыуға хаҡтар мәсьәләһе күтәрелде. Был мәсьәлә буйынса республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев сығыш яһаны. Ул киләһе йылдың беренсе ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ-тары менән эш итеүсе төбәк операторҙарына хеҙмәтләндереү өсөн хаҡ түләү тураһында әйтеп үтте.

Киреев белдереүенсә, бер ай өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр бер кеше өсөн –130 һум, ә шәхси йорттағылар 185 һум түләйәсәк. Был ҡала кешеһе йылына – 2,6 кубометр, ауыл кешеһе 2,7 кубометр сүп ташлауҙан сығып иҫәпләнгән. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был хаҡтар менән ҡәнәғәт түгел икәнлеген белдерҙе. Төбәк операторҙарын саҡырып, һөйләшеп, был сумманы кәметергә ҡушты.
Белеүегеҙсә, киләһе йылдан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн дә түләй башлаясаҡ-быҙ. Ҡала халҡы өсөн ул коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияһына индереләсәк. Түләү ҡағыҙҙа-ры 2019 йылдың февраленән килә башлаясаҡ.
Шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәренә һәм гараж кооперативтарына “ЭКО-Сити” компанияһы менән 1 ғинуарға тиклем килешеү төҙөргә кәрәк. Заявканы компанияның рәсми сайтына http://roecocity.ru/ йәки килешеү бүлегенә электрон почта [email protected] аша ебәрергә мөмкин.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре килешеүҙе бөтә ағзалары исеменән төҙөргә тейеш. Әммә сүп-сар түгеү өсөн майҙансыҡты баҡсасылар үҙҙәре билдәләп, контейнер урынлаштыра. Ҡалдыҡтарҙы алып китеү ике яҡ менән килешелгән график буйынса башҡарыла. Ширҡәткә төбәк операторынан түләү килгәс, уның һәр ағзаһына бүленә.
Сүп-сар сығарыуға хаҡтар әлегә билдәһеҙ, әммә ул бер аҙ кәмер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Ф. МӨХӘМӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: