Хакимиәт башлығы урын-баҫары Андрей Ермолаев бе-ренсе программа буйынса ҡалала 36 ихата биләмәләрен төҙөкләндереүҙәре тураһында хәбәр итте. Ихаталар араһына һәм парковка урындарына барлығы 40038 квадрат метр асфальт түшәлгән, 88 урна һәм 88 эскәмйә ҡуйылған. Шулай уҡ ошо программа буйынса (Мәңгелек уттан алып Элеватор урамына тиклем) Хоҙайбирҙин урамын-дағы аллеяны төҙөкләндергән-дәр. Ә артып ҡалған аҡсаға урамдарҙы яҡтыртҡандар һәм Хоҙайбирҙин урамындағы йәйәү-леләр йөрөй торған урынды кәртәләп сыҡҡандар.
Ә “Башҡорт ихаталары” муниципаль программалары сиктәрендә 23 ихатаға асфальт түшәлгән, 65 эскәмйә һәм 43 урна ҡуйылған, 20 балалар баҡсаһы һәм 2 спорт майҙансығы төҙөкләндерелгән.
Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. “Проэкспертгрупп” ойошмаһына ҡарата ҡала хаки-миәте дәғүә белдерҙе. Күп һанлы ялыуҙар нигеҙендә әлеге подряд ойошманың башҡарған байтаҡ эше юҡҡа сығарылды, йәғни үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә улар ҡулланған асфальт-бетон ҡушылмаһы бер нисә күрһәткес буйынса ГОСТ талаптарына яуап бирмәй тип һығымта яһалды.
“Беҙ БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына был финанс йылында тотонолмаған аҡсаны 2019 йылға ошо уҡ маҡсатҡа күсереүҙәрен һорап хат әҙерләнек. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы был мәсьәләне ыңғай хәл иткәндә эштәр дауам итәсәк, ә подряд ойошмаһына киләһе йылда һауа шарттары яҡшы булыу менән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк буласаҡ, – тине Андрей Петрович. Тимәк, “Ҡала мөхите” өҫтөнлөклө проекты ярҙамында Стәрлетамаҡ урамдары заманса төҫ алыр, тип һығымта яһарға булалыр.