Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2018, 15:11

ПАСПОРТЛЫ БУЛЫУ – ЯУАПЛЫЛЫҠ ӨҪТӘЙ

Ҡала хакимиәтендә тантаналы рәүештә 14 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙарға төп документ – паспорт тапшырҙылар. Бындай сараға уҡыуҙарында, спортта, ижадта, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған, уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар саҡырылғайны.

– Конституция көнөндә паспорт тапшырыу йолаға инеп китте. Бөгөн төп документты ҡала һәм республика кимәлендә төрлө өлкәлә үҙен күрһәтеп өлгөргән йәш граждандарыбыҙға тапшырабыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе был мөһим көнөгөҙ менән ҡотлайым! Үҙ илегеҙҙе, гражданлығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Уйынлы ла, ысынлы ла, һүҙ менән дә, ҡылыҡтарығыҙ менән дә Тыуған илгә тап төшөрмәгеҙ, – тип мөрәжәғәт итте сара башында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов.
Йәш стәрлетамаҡтарҙы ҡотлауҙа шулай уҡ ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы, Стәрле-тамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Азат Ҡускилдин, ҡала буйын-са РФ Эске эштәр министрлығы-ның миграция мәсьәләләре бүлеге начальнигы урынбаҫары Олег Чешенков һәм ҡала мәғариф бүлегенең әйҙәүсе инспекторы Нәсимә Ҡасимова ла ҡатнашты.
– Әлегә тиклем ата-әсәләрегеҙ яуаплылыҡ тотһа, бөгөндән башлап, әгәр ҙә һеҙ закон боҙһағыҙ, үҙегеҙ яуап бирергә тейешле. Әммә һеҙ - ҡаланың йөҙөк ҡаштары, был һүҙҙәр һеҙгә ҡағылмаҫҡа тейештер тип уйлайым, –тине улар араһынан Азат Мәғәфүр улы. Ә Олег Геннадьевич хоҡуҡ һаҡлаусы булараҡ, төп документҡа иғтибарлы булырға, уны һаҡларға ҡушты:
– Залогҡа һалмағыҙ һәм сит кешеләргә бирмәгеҙ, ә юғалтҡан осраҡта, штраф һалына. 20 йәш тулғас, уны алмаштырырға кәрәклеген дә онотмағыҙ, – тине ул.
Бындай тантана, ысынлап та, төп документ менән бүләкләнеү кеүек хис-тойғолар ҡалдырҙы. Балаларының бындай күркәм сарала ҡатнашыуын ата-әсәләре лә, олатай-өләсәйҙәре лә килеп күрҙе, хатта ниндәйҙер ғаилә байрамы кеүек булды улар өсөн – сөнки яңы быуын үҙ күҙҙәре алдында үҫеп килә. Араларында Тыуған илде һаҡлаусы һөнәрен һайлаусылар ҙа бар. 4-се мәктәптең кадет класында уҡыусы Алмаз Ҡолдобаев та төп документлы булды.
– Паспорт алыу шундай ҙур мәғә-нәле икәнен быға тиклем белә инем, бөгөнгө саранан һуң уның әһәмиәте тағы ла көсәйеп китте, – тине егет тәьҫораттары менән бүлешеп.
– Бында өлгөлө уҡыусылар йыйылған, үҙем дә мәктәптә иң әүҙем-дәрҙән булырға тырышам. Әлбиттә, бында әйтелгәндәр арта-бан да үҫешергә, әүҙем булырға өндәй, шуға артабан да ошолай уҡ дауам итермен тип уйлайым, – тине тантананан киләсәккә көс-дәрт алыуы тураһында 5-се гимназиянан Аделия Насирова ла.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына сарала ниндәй тәрән мәғәнә ята икән.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: