Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2018, 17:27

Алыҫтан килгән оҙон ғүмерле инәй

Ҡалабыҙҙың ғүмерле инәйҙәренең береһе Евгения ЛИСИЦКАЯға 15 декабрҙә 100 йәш тулды. Ошо уңайҙан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын, ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов исеменән иҫтәлекле бүләк һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙы. Ә юбилярҙың туғандары Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтан да ҡотлау телеграммаһы килеүен хәбәр итте.

Евгения Сосипатровна Архангельск өлкәһенән. Ғаиләләрендә тағы ла ике апаһы һәм ике ағаһы булған уның. Атаһы – урмансы, әсәһе – хужабикә, аҙаҡ колхозсы була. Мәктәпте тамамлағас, Евгения Вельск ҡалаһына йөк бәйләүсе һөнәрен үҙләштерергә китә. 1939 йылдан бирле леспромхозда эшләй. Һуғыш ваҡытында ла шунда эшләгән була. Буласаҡ ире Григорий Петрович менән тап ошонда танышалар ҙа инде улар һәм 1946 йылда өйләнешәләр. Ризыҡ әҙәм балаһын ҡайҙа ғына йөрөтмәй, ғаилә күп тә үтмәй, Башҡортостандың Ишембай районы “Пятилетка” ауылына күсеп килә. 1949 йылда улдары Михаил тыуа. Улдарына ике йәш тулғанда Григорий ат аҫтында ҡалып йән бирә. Ире үлгәндән һуң Евгения Стәрлетамаҡҡа килеп, “Авангард” заводына ҡарауылсы булып урынлаша. Аҙаҡ хужалыҡ цехында тегеүсе һәм маркерлаусы булып эшләй. Һуңынан аппаратсы һөнәрен үҙләштереп, 1967 йылға тиклем йәки хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда хеҙмәт итә. СССР заманында ла бер пенсияға ғына йәшәп булмағанлыҡ-тан, стоматология поликлиникаһына санитарка булып урынлаша. 1985 йылда Ленин заводына вахтер булып күсә. Шулай ябай, әммә ауыр хеҙмәттә үтә уның ғүмере. Уның ҡарауы, сәләмәтлеге ныҡлы булған, күрәһең, бәлки, шул хеҙмәт аша сыныҡҡандырҙалыр. Иң мөһиме: ул әле лә теремек, көләс, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәләренең уңыштарын күреп, һөйөнөп йәшәй.
Әйткәндәй, балалары янында булмағанда, инәйҙең йыуанысы булған мырауҡайы ла бергә ҡартайып килә. Бесәй ҙә ике тиҫтәһен тултырған инде.
– Бергә ҡартайҙыҡ, – тип шаярта Евгения Сосипатровна был хаҡта.
Инәйҙең киләсәктә лә балаларының балаларына һыйынып, бесәйен иркәләп йәшәүен теләргә ҡалалыр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: