Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2018, 17:58

Дуҫлыҡтың географик киңлектәре

31-се мәктәптә «Киң минең Тыуған илем» белем биреү проекты сиктәрендә телекүпер ойошторолдо.

Әлегә тиклем дә ҡала мәктәптәре уҡыусылары интернет аша башҡа өлкәлә йәшәүсе, хатта бер ҡасан да күрмәгән быуындаштары менән аралашҡандары бар. Әлеге бәйләнеш тә ошондай форматта үтте. Уҡыусылар аралашып, үҙҙәренең ҡалаһы, мәктәбе, тәбиғәте, ер-һыу атамалары, милли геройҙары менән таныштырырға тейеш ине. Беҙҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр менән аралашҡан Санкт-Петербургтың 270-се мәктәбе уҡыусылары зирәк булып сыҡты, баҡтиһәң, улар Башҡортостан тураһында бик күпте белә. Үҙҙәренең белемдә-рен улар викторина һорауҙарына яуап биреп күрһәтә алды. Санкт-Петербург тураһында ла күпте белдек, аралашыу ваҡытында беҙгә лә экран артындағы уҡыусылар үҙҙәренең мәктәптәре, ҡалалары менән таныштырҙы, фото-һүрәттәр, видеояҙмалар аша сәйәхәт ойошторҙо. Сарала 31-се мәктәптең аэро һәм космонавтика йүнәлешле класы һәм ҡала мәктәптәренең география, тарих уҡытыусылары һәм китапханасылары ла ҡатнашты. Уҡытыусылар саранан һуң мәктәп буйлап йөрөп сыҡты, уларға бындағы фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, музей күрһәтелде. Әйткәндәй, музейҙа орбитала булған Стәрлетамаҡ гербы һаҡлана, ул герб Халыҡ-ара йыһан станцияһында булып ҡайтҡайны.
Уҡыусылар китаптан ғына түгел, ә телекүпер ойоштороп, илдең төрлө урындарында йәшәгән тиҫтерҙәре менән аралашып, белемдәрен камиллаштыра. Тимәк, артабан да улар еңеүҙәр яулар, белем географияһы ғына түгел, дуҫлыҡ географияһы ла ишәйер әле.
Теманы дауам итеп,
Алло! Йәш һайлаусылар беҙҙе ишетәме?
Уҡыусылар менән бер рәттән, Стәрлетамаҡ йәштәр советының йәш һайлаусылар клубы ла үҙҙәренең коллегалары менән бәйләнешкә сыҡты. Быйылғы һөйләшеү президент һайлауҙары, РФ Һайлау системаһы һәм Конституцияның 25 йыллығына, һәм комсомолға 100 йыл тулыуға арналды.
Бәйләнешкә сығыу, ғәҙәттә, тәжрибә уртаҡлашыу яғынан ҡиммәтле. Был юлы телекүперҙә Белгород өлкәһе Губкин ҡалаһынан «Лига» йәш һайлаусылар клубы, Свердлов өлкәһе Реж ҡалаһының политехникумы нигеҙендә эшләп килгән «Йәш һайлаусы-лар клубы», Түбәнге Новгородтан «МИР» клубы ҡатнашты. Улар йәштәрҙе һайлауҙарға йәлеп итеү, хоҡуҡи гра-моталылыҡты күтәреү тураһында фекер алышты. Беҙҙең йәштәр иһә һайлауҙарҙа әүҙемлек булдырыу өсөн төрлө саралар ойоштороуҙары тураһында һөйләне, мәҫәлән, ил башлығы һайлауҙарында һәм ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа селфи эшләүселәр араһында бүләктәр уйнатыу, олимпиадалар ойоштороуҙы күптәр хәтерләйҙер, ҡатнашҡандыр. Шулай уҡ йәштәр клубҡа үҙҙәре кеүек әүҙем егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы йыйыу ысулдары тураһында ла тәжрибә уртаҡлашты, әлегә улар күп түгел, әммә йылдан-йыл төркөм ҙурая, үҫешә.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: