Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2018, 17:36

ТАУ АҪТЫНА ЕЛДЕРӘМ, ҠЫШ БАБАЙҘЫ БЕЙЕТӘМ!

Ҡаланың иң бейек шыршыһы быйыл да Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда урынлаштырылған, ял көндәре алдынан Ҡыш бабай уның уттарын тоҡандырҙы ла инде.

Кем иң беренсе булып тауҙан шыуҙы, һырғалаҡҡа барып конькиҙа йөрөнө, боҙ ҡаласыҡтарына барып һындар эргәһендә фото төштө? Әл-биттә, кескәйҙәр! Яңы йыл байрамы алдынан улар түҙемһеҙләнеп көт-кән майҙансыҡтар, ниһайәт, тулы көс менән эшләй башланы. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы иң ҙур шыршыны асыу тантанаһы үҙе үк Яңы йыл байрамдарының бер өлөшө булып тора. Майҙанда йыйылғандар алдында концерт ойошторолдо, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай килеп, балалар менән уйнап, күңелле минуттар бүләк итте. Балаларға үҙҙәре әҙерләгән күстәнәстәрен дә өләшеп сыҡты. Ә Ҡала мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары сығыштары сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Ҡала үҙәгендә генә түгел, алыҫ урынлашҡан биләмәләрҙә лә шыршы майҙансыҡтары күптән әҙер. Строймаш һәм Шахтау ҡаса-баларында ла боҙ ҡаласыҡтарын асыу тантанаһы күңелле үтте.
Строймаш ҡасабаһының шыр-шыһы ундағы стадионда урын-лашҡан. Был матур сара менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов ҡотланы. Ә 8-се мәктәп уҡыусыларының сығыштары тамашасыларҙың кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Ҙур сараны күңелле итеп «Причал» балалар һәм үҫмерҙәр клубы алып барҙы. Бындағы тере шыршы, уны биҙәү, һырғалаҡ ҡойоу, тауҙарҙы ҡуйыуҙа ла ҡала предприятиелары ҙур өлөш индергән.
Шахтауҙағы байрамда иһә спорт ярыштары үҙенсәлекле булды. Сарала ҡатнашыусылар ҡышҡы кубок өсөн хоккей уйынында, шорт-трек, саңғы ярыштарында ҡатнашты һәм үҙ командалары өсөн көйҙө. Төрлө уйын һәм конкурстар ойошторолдо, сауҙа ла гөрләп барҙы, теләгәндәр ҡарғиҙәрҙә йөрөп ҡараны, шунда уҡ бешерелгән ризыҡтан ауыҙ итте. Әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп, үҙ уйындарын ойоштороп, байрамса төҫ индерҙе бында. Ғәм халыҡты йыйған байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Сара байрам салюты менән тамамланды.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: