Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 14:50

Һин дә егет, мин дә егет...

Рафиҡ ағайҙы тирә-йүндә белмәгән кеше юҡтыр ул. Уның шуҡлыҡтары, этлектәре киң таралған. Шул яғы ла бар: булмағанды булды тип, йәиһә бергә бер ҡушып, ҡойроғо менән биш яһап йөрөргә ярата танышым. Йәш быуынға кәләш алғанын ҙур ваҡиға итеп тә гел генә һөйләй ул. Хас та Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ындағы Әжмәғол ҡарт инде. Әйткәндәй, кәләш алыу ваҡиғаһы ла шул комедиялағыға тартым.

– Һин дә егет, мин дә егет... – тип һуҙып ебәрә лә китә теҙеп. – Уландар-ҡустылар, бына минең кәләш алғанды күрһәгеҙ, әй. Еңгәгеҙҙе биҙәлгән кашуфкаға бер ҡул менән генә алып ултыртып ҡайт та кит.
Был тәмләп-тәмләп һөйләгән ваҡиғаның асылында нимә ятҡанын барыһы ла белә, әлбиттә. Тик оло кешене бүлдерге лә, күңелен китке лә килмәй. Беҙ ҙә бит күрше ауылдан килмәгәнбеҙ, Айҙан да төшмәнек. Ваҡиға шаһиттарының һөйләгәнен дә ишеткән бар. Бына Сәйфетдин бабай мәрхүмде көлөп иҫкә алғандары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай. Ул ғүмер буйы бригадир булып эшләне. Ҡул аҫтында һәр саҡ ат тотто. Дөрөҫөрәге, колхоз атын егеп йөрөнө.
– Бер саҡ шулай тракторсы Рафиҡ килеп инде, – тип һөйләй торғайны ул. – “Ағай, – ти, – былай артабан йәшәп булмай, күпме ҡыҙҙың башын әйләндерәм, тик кешене гел өмөтләндереп йөрөй алмайым – кемеһендер кәләш итеп алырға кәрәк”. Эй һөйләй, кемдең кем икәнлеген белмәйем шул әтеү: күпме генә арттарынан йүгермәй, береһе бер ҡарамай бит. Тик уйҙарым үҙемә генә мәғлүм, ҙур тормош ҡорорға торған егеттең нисек ҡанатын һындырайым инде...
Ғөмүмән, Рафиҡ ағай бригадирҙан кәләш алып ҡайтырға ат һорап тормаҡсы була. Йәнәһе, урлап алып ҡайта. Оҙаҡ киреләнә урындағы чиновник, колхоз мөлкәтен биреп ебәреү уйын эш түгел. Шул уҡ ваҡытта атын бик яратты бабай, ҡатынынан да нығыраҡ һөйгәндер әле. Юҡһа йомош төшөп барыусыларҙың ауыҙын да астырмай ине. Бар белгәне “ат ауырый”. Нисек кенә булмаһын, күндерә бит Сәйфетдинде механизатор егет. Ғәҙеллек хаҡына шуныһын да әйтәйек: былай беҙҙең ауылда бер-береһенең хәлен аңларға тырышалар, ярҙам итешәләр, ололар ҡабартһа ла, хөрмәтләп, баш ҡағып торған булалар.
– Баш ауыртҡан мәлгә тура килде шул, шайтан алғыры, – тип хәтер ебен һүтер ине мәрхүм. – Ни инәйегеҙҙең балы әсеп өлгөрмәгән, ни ҡырға сығып йөрөргә ирендерә – тағы ҡабартыу китә.
“Иренеүҙең” асылы – Сәйфетдиндең әбейенең уҫаллығы, артыҡ бер аҙым атларға ирек бирмәүендә, әлбиттә. Тик, атты нығыраҡ ярата тигәс тә, бергә йә-шәгән ҡатынының йөҙөн йыртмай бит инде һөйләүсе. Шулай итеп, баш төҙәтергә өмөт итеп, атын биреп ебәрә бригадир.
– Эй көтәм атты, эй көтәм, – тип дауам итер ине Сәйфетдин бабай. – Ә хыялымда хәлдәр былай: Рафиҡ кашуфкаға кәләшен ултыртҡан көйө, өйөнә лә туҡтап тормай, миңә ҡайтып инә! Дуғаға, йолаға ярашлы, таҫтамал бәйләнгән, санала бер “йылтыр” күренә. Хыялдарға сумып, оло ҡапҡаны шар асып ҡуйҙым. Сығам да инәм, сығам да инәм, атты көтәм. Бисәкәй ниҙер һиҙенә башланы, мин май урлаған бесәй һымаҡ янам.
“Йылтыр”, таҫтамал... Тоттороп ҡуйҙы, ти! Бер сығыуымда ҡараһам, ат санаһы-ние менән һин дә мин һарайҙа һалам көйшәп тора. Киттем Рафиҡты һүгергә. Инәйегеҙгә лә әйтергә тура килде инде эштең нимәлә икәнен, юҡһа ебәрәме ни...
Рәмил МАНСУРОВ.
(Дауамы бар).
Читайте нас: