Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 14:29

Өй йылыһын тойҙом был йортта

Гәзитебеҙҙә яңыраҡ баҫылған 2-се лицей-интернаттың 5-се класс уҡыусыһы Айнур Фәхретдиновтың “Ҡара көскә ҡаршы торор тау” мәҡәләһендәге класташтары Камелия Йосопова, Сыңғыҙ Әминев, Ғәлинур Хәмитовтарҙың фекерҙәрен уҡып, ошо балаларҙың донъяны өлкәндәр һымаҡ танып-белеүҙәренә хайран ҡалдым һәм улар менән яҡындан танышырға булдым.

Мине уҡыу йортоноң тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары Сәүҙә Ғәйнуллина, тәрбиәсе Зөлфиә Сәйфуллина һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, шағир Әҡсән Хәлилов ҡаршы алды. Был осрашыуға балаларҙың етди әҙерләнеүе әллә ҡайҙан һиҙелеп тора: улар дәрестәр тамамланыуға ҡарамаҫтан мәктәп формаһы кейеп алғандар, һәр береһе “Ашҡаҙар”ҙан килгән хәбәрсегә матур-матур һорауҙар әҙерләгән. Улар менән аралашҡанда миңә бар ғүмеремде яңынан иҫкә төшөрөргә тура килде, тиһәм дә һис хаталанмам. Ә бит тәү маҡсатым мәҡәләлә фекерҙәре баҫылғандарҙың күңелдәрен үҫтереү йәһәтенән бары тик Фаяз Йомағужиндың китабын ғына бүләк итеү ине. Күҙҙәре – осҡон, йөрәктәре сәм сәсеп торған был балаларға ҡарап, уларҙың ихласлығына, күңелдәренең матурлығына таң ҡалдым. Ә улар үҙҙәренең шиғыр өлгөләрен уҡып ишеттергәс, ҡәләмдәренең өмөтлө булыуына инандым. Һәр ҡайһыһының арҡаһынан һөйгө, һәммәһенең бара-саҡ юлдарына ябалаҡлап яуған ҡар-ҙың ынйы бөртөктәрен бәхет итеп һипке килде. Уларҙың офоҡтағы яҡты киләсәккә ышаныстарын, өмөттәрен аҡларға ярҙам ҡулы һуҙған, яҡшы мөхит булдырған етәкселеккә, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә рәхмәт әйтке килде. Ысынлап та, өй йылыһы тойола был йортта. Балаларҙың киләсәген алдан ҡайғыртыусылар эшләгәне күренеп тора.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: