Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 14:27

Заман башҡа, ә заң ҡалған

А.П. Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында «Башҡортостан пионерҙары» ҡала балалар йәмәғәт ойошмаһына ҡабул итеү тантанаһы үтте. 100 уҡыусы пионер исемен алды.

Ҡаланың 10 мәктәбенән килгән кескәйҙәр, фарман бирелгәс тә, бер рәткә теҙелде. Байраҡты тантанаға алып сығыу, әлбиттә, иң яҡшы уҡыған ҡыҙ һәм малайҙарға ышанып тапшырылды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Был күренештәр СССР заманына илткәндәй тойолдо, шулай ҙа әлеге пионерҙар ул ваҡыттағынан айырыла. Әммә һаман да улар йәмғиәткә ярҙам итеү маҡсаты менән эштәр башҡара. Был турала балаларға ҡотлау һүҙе менән өндәшкән Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы директоры Зөлфиә Баянова һәм пионерҙар хәрәкәте ветераны, бындағы музей етәксеһе Елена Елисеева ла әйтеп үтте. Улар үҙҙәренең комсомол йылдарын иҫкә төшөрөп, ул замандарҙа был ойошмала тороуҙың әһәмиәтен һәм уның өсөн ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтөүен, үҙҙәренән кескәйҙәргә өлгө булырға тырышыуҙарын һөйләне һәм әлеге пионерҙарға ла шулай булырға саҡырҙы.
Сара барышында уҡыусылар пионерҙар антын әйтте, һуңынан уларға пионер билдәһе һәм галстуктар таҡтылар. Пионер исемен алғас та кескәйҙәр тәүге һынау тотто, улар араһында ярыш ойошторолдо.
Э. Мөниров.
Читайте нас: