Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2018, 13:16

Ҡарһылыу мөхәббәте

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Мөғжизәле Яңы йыл” конкурсына килгән ҡулъяҙмаларҙың сираттағыһын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн һүҙ – Тәслимә Ильясоваға.8-се класта уҡыйым. Уҡырға 5 саҡырымға, кем – велосипедта, кем “тәпәй турат”, күрше ауылға йөрөйбөҙ, ә инде бала-саға яратҡан аҡ йондоҙ ҡарлы ҡыш килһә, интернатта ятып уҡыныҡ, уныһын да бер нисә йыл элек кенә асҡайнылар...

Шулай итеп, 1967 йылды ҡаршыларға йыйынабыҙ. Көҙгө каникулдан һуң уҡ Яңы йыл байрамы тураһында ҡайғырта башланылар уҡытыусылар һәм миңә класс етәксебеҙ Клара Абдулла ҡыҙы:
– Клубта барасаҡ Яңы йыл байрамында Ҡарһылыу булырһың, – тине. – Буйың да тура килеп тора, сәстәрең дә оҙон...
Мин ҡыуанып риза булдым булыуын, ә һуңынан аптырап ҡалдым: әлеге кеүек әҙер матур күлдәктәр, ҡалпаҡтар булһа, ҡалала ғына булғандыр, ә төпкөл ауылда ҡайҙан инде... Ҡаланан ҡайтартып тороу өсөн ваҡыт та аҙ ҡалғайны. Мин бөтөн фантазиямды егеп, үҙемә яңы йыл костюмы әҙерләй башланым.
Үҙемдән алты йәшкә оло булған апайымдың (әсәйемдәң һеңлеһе) зәңгәр йөн күлдәге иҫкә төштө, төҫө лә тура килеп тора, еңдәре оҙон (бөкләргә була), ә итәге инде, тап-таман. Оҙон күлдәкле Ҡарһылыу булаһың да ҡуяһың. Иң мөһиме, Фәниҙә апайым бер һүҙһеҙ бирҙе, “тик боҙоп ҡуйма”, – тип кенә иҫкәртте.
Мин медпунктҡа йүгерҙем, фелдьшер-ҙан төргәкле мамыҡ һорап алып, ҡатламын боҙмаҫ өсөн һаҡ ҡына тағатып, күлдәктең итәгенә, еңенә белендермәй генә аҡ еп менән тегеп сыҡтым. Апайымдың күлдәге миңә Ҡарһылыу туны булды ла ҡуйҙы! Мамыҡ өҫтөнә былтырғы шыршынан ҡалған уйынсыҡ ватыҡтарын, төрлө төҫтәге матур быяла киҫәктәрен ваҡлап йәбештереп тә ҡуйҙым! Ҡалпаҡҡа ҡатырға ла табылды.
Йәнбәк ауылы клубына дүрт ауылдан йөрөп уҡыған уҡыусылар, йәштәр йыйылғайны. Клубҡа һыйып бөтөрлөк түгел, шыршы янындағы артистарҙы арттағыларға күреүе ауыр, шунлыҡтан етеҙерәктәре (малай-шалайҙар инде) тәҙрә төптәренә менеп баҫҡан.
Байрам башланды. Ике түңәрәк булып мәктәп балалары шыршы тирәләй әйлә-неп йырлай. Ҡыш бабай уларҙы ҡотлай һәм мин дә шиғри юлдарымды һөйләп, алдан әҙерләгән “ҡар бөртөктәрен” (сәй ҡабының ваҡланған ҡурғашы!) балалар өҫтөнә һибергә тейеш инем. Бер ус “ҡар бөртөктәрен” һибеп өлгөрҙөм былай, тик... бер егет менән ҡараштарыбыҙ осрашты: ҡап-ҡара ҙур матур күҙҙәр миңә төбәлә ине. Һөйөү амурының уғы ҡаҙалған кескәй генә йөрәгем һулҡылдап-һулҡылдап тибә башламаһынмы!
Мине йәшен һуҡтымы ни, туҡтап ҡалдым, бөтә әйтәһе һүҙҙәрем онотолдо һәм оялып, шунда уҡ клубтан сығып йүгерҙем... интернатҡа ҡайтып, карауатҡа йығылып илай башланым... Класташым Нәзирә лә минең арттан ингән икән. Уны күреп: “Йый әйберҙәреңде, әгәр ҡайтҡың килһә!” – тинем дә, кейемдәремде сепрәк сумкаға ашыға-ашыға тултыра ла башланым. Ауылға йүгереп ҡайтып та киттек. Тик... шул ҡышҡы каникулдан да оҙағыраҡ каникул булдымы икән, юҡмы?!.
Йәшлек, мөхәббәт, ҡыйыуһыҙлыҡ, хаталар... Ә һөйөүем йөрәгемдә һаман да йәшәй, бөгөн ул шиғыр булып урғыла:
Әлдә ҡалдың әле
йәшлегемдә...
Тәүге һөйөү... Яңы йыл кисендә
Ҡабындың һин көслө ут булып!
Ләкин ҡалдың гүзәл йәшлегемдә
Иң саф һөйөү, яҡты хис булып.
Яуҙы ҡарҙар, ябалаҡлап яуҙы,
Етәкләшеп йөрөнөк кистәрен.
Ҡышҡы һыуыҡ, ыжғыр бураны ла
Баҫа(а)лманы йөрәгем хистәрен!
Сабыр төбө һары алтын – беләм,
Сабыр итә-итә йәшәйем.
Ғүмер йәйем үтте яңғыҙлыҡта,
Хоҙай шулай ҡушҡан, нишләйем?!
Ғүмер ҡышым килеп еткән инде,
Толомдарҙа ҡарҙар аҡлығы...
Тик шулай ҙа йәнемде йылыта
Тәүге һөйөүемдең сафлығы...
Һикәлтәле тормош юлдарында
Мөхәббәтте һаҡлау ауыр бит!
Әлдә ҡалдың әле йәшлегемдә
Мәңгелеккә яҡты хис булып!
Йәшә һөйөүем, йәшә!
Йөрәк туҡтағансы йәшә!
Ғүмер юлдарымда яҡты ут булып,
Мәңгелеккә ҡаҙалған уҡ булып,
Тормош юлымды яҡтыртҡан нур булып!
Читайте нас: