Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2018, 14:49

Ҡолаҡҡа ятмаһа ла, бик файҙалы шөғөл икән

Бер саҡ мәктәпкә килһәм, фойелағы буш кәштәләрҙе күреп хайран ҡалдым. Нәмәгә хәжәт икән ул кәштәләге китаптар тип уйланым. Беҙҙең мәктәптә “буккроссинг” шулай башланды. Был ҡолаҡҡа ятмаған ят һүҙ нимә аңлата икән һуң?

Ҙур ҡалаларҙа был әллә ҡасандан бирле эшләп килә. Бигерәк тә китапханаларҙа. Бындай урынды төрлө ерҙә ойошторорға мөмкин, теләк кенә булһын. Төрлө фестивалдәрҙә, әҙәби сараларҙа, кафеларҙа беҙҙең ҡалала ла күрергә була быны. Һаман да төшөнә алмайым, тиһегеҙме? Үҙеңә оҡшамаған шәхси китапты мәктәбегеҙҙә булдырылған махсус кәштәгә ҡуяһың да, оҡшағанын уҡырға алаһың. Тик бер ҡағиҙәне иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: кәштәнән китап алғанда үҙеңдекен ҡалдырыу мотлаҡ, уҡыған әҫәр тураһында дуҫтарыңа ла әйтергә кәрәк икән. Китапты һаҡлап ҡына тоторға кәрәк булыуы тураһында ла онотмаҫҡа кәңәш ителә.
…Китап уҡыуҙың файҙаһы тураһында беренсе кластан башлап һөйләйҙәр. Китап донъяны танып-белеүҙе киңәйтә, хәтерҙе яҡшырта, һүҙ запасын байыта. Һүҙ байлығы булған кеше матур итеп фекерләй, һөйләй белә. Ул кешеләр менән аралашҡанда ла үҙен ышаныслы тота. Ундайҙарҙы перспективалы компанияларҙа ла көтөп кенә торалар бит. Тик барыбер ҙә күңелеңә ятҡан нәмәләр тураһында күберәк уҡырға кәрәк!
Полина СЕМАКИНА,
35-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас: