Унда килеүселәрҙең әүҙемлеге әллә ни һиҙелмәне, әлбиттә, әммә эшләнгән эш бер кешегә булһа ла файҙа килтерһә, үҙе бер еңеү, тиҙәр. Һатыуға сығарылған яңы йыл тауарҙары етерлек булды, бында шыршыны биҙәү, тәм-томдар, бәйләмдәр һәм башҡа ҡул эштәрен һатып алырға була ине, был майҙансыҡты йәштәр «Hand-made» тип атағандар.
Әйткәндәй, сарала шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. «Полиглотики» авторлыҡ үҙәгенән Айгөл Сәлихова менән Алина Женина, мәҫәлән, үҙ шөғөлдәренә өйрәтте. Йәки һабын, тиренән изделиелар, ҡурсаҡтар яһау, уйынсыҡтар бәйләү һәм балсыҡ менән эш итергә өйрәнергә була ине.
Балалар кейемен алмаштырыу мөмкинлеге лә булды сарала, был акцияла ҡатнашыусылар балалар кейемен йә бушлай алды, йә башҡалар менән алмаштырҙы.