Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2018, 21:31

БОҘ ҺЫНДАРЫН КҮРЕП, КҮҢЕЛДӘ БОҘҘАР ИРЕР

Һындарҙың төрлөһө бар, оҙаҡ йылдар торғандары ла, бер нисә көн тороп йылыға бирешеп, иреп төшкәндәре лә. Әле боҙ һындарының тантана иткән сағы, был матурлыҡты кем тәфсирләп эшләп ҡуя һуң?

Ниндәй һындар һеҙгә оҡшай, таш-танмы әллә боҙҙан яһалғандарымы? Был турала оҙаҡ бәхәсләшергә мөмкин, әммә Яңы йыл майҙансыҡтарында торған боҙ һындар йыл да иғтибарҙы йәлеп итеп, кәйефте күтәреп ебәрә. Ҡайһы бер йылда уларҙы күрмәй ҙә ҡалабыҙ, ҡыш йылы килһә, боҙ юҡ, тау өйөрлөк тә ҡар табып булмай әле ҡайһы саҡ. Быйыл иһә боҙ һындар етерлек, ниндәйе генә юҡ, теләгәне эргәһенә тороп иҫтәлеккә фотоға төшөргә, тауҙан шыуырға була. Эх, ниндәй рәхәт! Һырғалаҡ ҡойоу, тауҙар өйөү, шыршы ҡуйыу, уны биҙәү ҙә күңелле, әммә ҡала кимәлендә ҙур майҙансыҡтар эшләү һәр кемдең дә ҡулынан килмәҫ. Беренсенән, ҙур тырышлыҡ һәм хеҙмәт кәрәк, ә икенсенән, халыҡ күңеленә ятырға тейеш. Минеңсә, был талаптар уңышлы үтәлде, ҡала Яңы йыл байрамдарына әҙер!
Ә һындарға килгәндә, ҡалала бихи-сап оҫталар бар. Тимер-томорҙан да, ағастан да, таштан да ниндәй генә һындар яһап ҡуймайҙар. Ә бына боҙ һындар эшләүе үкенесле түгелме һуң, хеҙмәтең йыл әйләнәһенә тора алмай, иреп төшәсәк? Күпме күңел һалып эшләнә бит әле улар, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпмене яһап ҡуялар, был оҫталар таштан һындар уйһа, ҡаланы кесе архитектур формаларға тултырыр ине, моғайын. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдында бөтә донъяһын онотоп китеп һын уйып йөрөүсе ағайҙарҙы күрҙем дә улар эргәһенә барып эштәре менән яҡындан танышырға булдым.
– Үҙем күп йылдар заводта эшләнем, әле хаҡлы ялдамын. Һын яһау үҙенә тартып торған шөғөл булды ул минең өсөн. Һындар иреп бөтһә лә быйыл эшләүе күңелле. Көндәр һалҡын тора, боҙ ҡалын, фантазияны сығарыр урын бар, – тине һын яһаусы оҫта Александр Тихонов. Өлкән кеше һындар ғына түгел, картиналар ҙа яҙа икән. Бына бит кемдәр боҙ ҡаласығын эшләй! Үҙ эшенең оҫталары! Иң мөһиме, яҡшы кәйеф менән һәр кем менән дә бүлешергә әҙер ул, быны уйылған һындарҙа уҡ күрергә була.
Ысынлап та, һын яһау һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, шулай ҙа өйҙә ятмай, һәр кемгә һындар янында йөрөп, тау шыуып ҡайтырға мөмкин. Ҡыш үтә лә китә, өлгөрөп ҡалығыҙ!
Э. Мөниров.
Читайте нас: