Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2018, 21:28

Һин дә егет, мин дә егет

https://ashkadar.rbsmi.ru/bitrix/admin/iblock_element_edit.php?IBLOCK_ID=766&type=iblock_site_j3&ID=186694&lang=ru&find_section_section=0&WF=YҒәмәлдә эш былай була: Рафиҡ күрше ауылда йәшәгән Зөһрә исемле һауынсы ҡыҙға ғишыҡ тотоп йөрөгән икән. Ул кистә нәҡ шул ҡыҙҙы урларға барырға уйлай. Урлау аҙымына барыуы ла Зөһрәнең бер хыялына бәйле. Нисек кенә булмаһын, тракторсы егет һауынсы ҡыҙҙы ҡулға төшөрөргә уйлай.

Шулай итеп, бригадир атында ул дуҫы – механизатор Хәким менән күрше ауылға китә (ҡыҙ урлау яңғыҙ башҡара торған эш түгел дә!). Әйткәндәй, Зөһрәне клубтан алдаштырып сығарыр өсөн Хәкимдең осрашып йөрөгән Әлфиә исемле ҡыҙын да алалар. Юҡһа егет кешенең урамға саҡырыуына концерт ҡараған ҡыҙҙың сыҡмауы ла ихтимал бит.
Юлда дуҫтар батырлыҡ өсөн Сәйфет-дингә әҙерләп ҡуйылған “йылтырҙы” еңеләйтә-еңеләйтә торғас, барып етәләр. Алдан ҡоролған план буйынса Зөһрә Әлфиә артынан урамға сыға. Шуны ғына көтөп торған Рафиҡ менән Хәким ҡыҙҙы еңел генә күтәреп ултыртмаһалар ҙа, санаға этеп йығырға баштары эшләй. Малҡай ҙа, шуны ғына көтөп торғандай, урынынан ҡуҙғала, Әлфиә санаға саҡ һикереп өлгөрә. Хәйер, аҙаҡ ниңә өлгөрҙөм тигән көнгә төшәлер бахыр – эштең айышына тиҙ төшөнгән Зөһрә саналағылар менән шап та шоп һуғыша башламаһынмы! Алдағы көҙгә уҡытыусылыҡҡа уҡырға китергә тигән хыялы кейәүгә сығыу менән селпәрәмә килерен аңлай бит һауынсы ҡыҙ. Шуға әле генә урланмайым, әле генә кейәүгә сыҡмайым тип, урлаусыларҙың әле береһенә, әле икенсеһенә тондора.
Көрмәкләшеп килә торғас, сананан иң беренсе Әлфиә төшөп ҡала, уның артынан Хәкимгә лә сират етә. Өсөнсө булып Рафиҡ үҙе лә ҡолап ҡала. Урланған ҡыҙ санала яңғыҙы ғына елдерә...
Магазинда һатыусы булып эшләгән күбәләктәй Әлфиә ярай ҙа Зөһрәнән кәүҙәгә ҡайтышыраҡ. Ә бына тимер-томор араһында йөрөгән егеттәргә ни һан?! Хәйер, Рафиҡ та, Хәким дә кәүҙәгә оҙон булһа ла, йоҡараҡтар шул. Бынан бигерәк, бер үҙе 28 һыйыр һауған ҡыҙҙы еңеү еңел түгел!
Атта яңғыҙы ғына бер аҙ барғас, Зөһрә төшә лә малҡайҙың үҙен генә ҡайтарып ебәрә. Үҙенең артынан ҡыуып килгән урлаусыларҙан ҡыҙ ситән артында ҡасып ҡала.
...Сәйфетдин Рафиҡтарҙы “кейәү егете”нең ҡапҡа төбөндә тап итә.
– Ҡулыңдан килмәгәс, ни тип сығып киттек?! Ояты ни тора, – тип Хәкимдең орошоуын ишетеп ҡала ул.
Рафиҡты йәлләп, үҙ дәғүәһен икенсе юлға ҡалдырып тора. Ысынмылыр-юҡмы, Сәйфетдин атын кешегә нәҡ ошо ваҡиғанан һуң нығыраҡ йәлләй башлаған, тип тә һөйләй ауыл халҡы.
Әйткәндәй, Рафиҡ ағай Зөһрә еңгәне аҙаҡ барыбер ҙә урлаған. Тик инде атта түгел, ә “ДТ-54” тракторында. Бер үҙе тороп ҡалһа, был юлы ҡеүәтле техниканы туҡтата алмауҙан ҡурҡҡандыр инде һауынсы.
Аҙаҡтан Зөһрә еңгә оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне. Тимәк, теләгең булһа, белем алыр өсөн кейәүгә сығыу ғына ҡаршылыҡ түгел. Ә бына Рафиҡ ағайҙы ул ярата. Бәлки, ныҡыш егетте баштан уҡ оҡшатҡандыр, бәлки, мөхәббәт һуңынан килгәндер. Һәр хәлдә, уларҙың ете ҡыҙы хәҙер ете тарафта яҡшы итеп донъя көтә. Башлыса әсәләре юлынан китеп, уҡытыусы булып эшләйҙәр. Тик бына малайы булмағанға ғына Рафиҡ ағайҙың бер аҙ кәйефе төшөп йөрөнө, шул кәләш тә урлай белмәү касафаты түгелме икән?!
– Һин дә егет, мин дә егет... – Ошо көндәрҙә Рафиҡ ағайҙы тағы тап иттем әле. Йәнә маҡтанып китте. – Их, мин кәләш алған саҡта...
Ул янымдан уҙғас, Рафиҡ ағай көйләгән йырҙыңмы-таҡмаҡтыңмы аҙағы иҫкә төштө:
Һин дә егет, мин дә егет,
Кәләш алып булмай...
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: