Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2018, 21:51

Мөғжизә – һәр кемдең ҡулынан килерлек эш

Яңы йыл алдынан һәр кем Ҡыш бабайҙан бүләктәр көтә. Тик был бүләктәрҙе кем хәстәрләй һуң? Шөкөр, ысын күңелдән бүләк яһай, кешенең күңелен күрә, бынан ихлас ҡәнәғәтлек кисерә алған кешеләр ҙә бар. Үҙ бүләген РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты Алексей ИЗОТОВ та тапшырҙы, Коммунистик урамындағы 2-се йортта урынлашҡан китапхана хәҙер уҡыу программалары ҡуйылған интерактив панелле булды.

Нисек кенә булмаһын, китапхананы артабанғыса ҡабул итергә өйрән-дерелгән: кәштә-кәштә китаптар, өҫтәл, уҡыу залы. Китап уҡырға килгән кешегә тағы ла нимә кәрәк һуң? Замана китапханаһы күптән инде был һорауға яуап тапҡан һәм был талаптарҙы үтәп килә. Ҡалалағы һәр китапхананың үҙ йүнәлеше бар, бында ғәҙәти китап тотоп ултырып ҡына белем үҙләштереү менән тамамланмай. Өҫтәрәк телгә алған китапхана ла шундайҙарҙан, был китапхана – музей, музей тигәндән, ғәҙәттә, экспонаттарҙы тотоп ҡарарға ярамай, ә бында улар менән уйнарға, ҡулланырға, хатта тәжрибәләр яһарға мөмкин. Музей тип уны бында экскурсиялар ойоштороп булған өсөн әйтәләрҙер тип уйлайым, сөнки, ысынлап та, бында уҡыусы балаларҙы ғына түгел, хатта өлкәндәр өсөн дә ҡарарҙай, өйрәнерҙәй, уйланырҙай ҡоролмалар күп. Күбеһенсә бында физик закондарҙы күрһәтеүсе ҡоролмалар, уйын ҡоролмалары ҡуйылған. Сәтәкәй бармаҡ менән 16 килограмлыҡ гер күтәрергә, көҙгө иллюзияһы, плазма лампаһы, мискәгә һуғып һауа менән атыу, хәрәкәт аша барлыҡҡа килгән энергияны үлсәү... Һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмай ундағы күренештәрҙе, үҙеңә барып ҡарарға кәрәк. Уйындар аша ғына физик закондарҙы үҙләштереп булыуы мөһим һәм күңелле, әлбиттә!
Китапханала һәр кем үҙенә кә-рәкле мәғлүмәтте таба ала. Күптән инде интернет тоташҡан, унда төрлө ресурстар аша электрон китап-ханаларға ла инеп уҡырға була. Ә быйыл китапханала Алексей Изотов бүләге ярҙамында тағы ла мөмкинлек артты.
Яңы интерактив панель күрһәтә лә, һөйләй ҙә, уйнай ҙа, белемдәрҙе лә тикшерә. Программалар ҙа бик күп һәм төрлө йүнәлештә, ә сенсорлы экраны бер юлы 10 кешегә эшләү мөмкинлеге бирә. Тап шуның өсөн дә экскурсияларға кешеләрҙе төркөм-төркөм итеп саҡырырға мөмкин буласаҡ. А интерактив панель үҙе ҙур планшетты хәтерләтһә лә, уны төрлөсә үҙгәртеп була, ул өҫтәл кеүек тә, ябай монитор кеүек тә ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта ҡуйылған программалар компьютерҙағы кеүек эшләй.
Бөтәбеҙгә лә билдәле: ҡала-быҙҙа заман менән бергә атлаған китапханаларыбыҙ күп. Стәрлета-маҡтың үҙәкләштерелгән китап-ханалар системаһы директоры Әлфиә Асфәндиәрова белдереүенсә, китап-ханалар артабан да ошо уҡ рухта эшләүҙәрен, төрлө конкурстарҙа, программаларҙа ҡатнашыуҙарын дауам итәсәк. Ә бындай бүләк халыҡты китапханаға йәлеп итергә лә ярҙам, уның артта ҡалмауын да күрһәтеп торасаҡ. Шуға ла «Ньютон-лаб» мауыҡтырғыс фәндәр музейына балаларҙы йәлеп итеү өсөн заманса һәм көтөп алынған бүләк булып ҡабул ителде. Тағы ла бер яңы йыл мөғжизәһе үтәлде, ә һеҙ ниндәй мөғжизәләр, теләктәр үтәргә, бүләктәр яһарға йыйынаһығыҙ? Беҙгә лә ишеттерегеҙ!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: