Ашҡаҙар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2018, 21:53

Һуҡмаҡ эҙҙәрҙән ярала...

Быйыл –Ғирфановтарҙың йылы! Йәй көнө беҙ уларҙы өлгөлө һәм рухлы ғаилә булараҡ яҡтыртҡайныҡ, әле генә тигәндәй, Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы “Йыл педагогы” конкурсының ҡала этабында «Иң яҡшы туған телдәр уҡытыусыһы» исемен алды һәм бына йәнә бәхет йылмайҙы – Велосипед уларға насип булды!

Яңы йыл алдынан бер йыллыҡ ваҡыт арауығына, ҡылған эштәргә йомғаҡ яһау – аҡ ҡағыҙға яҙылған ҡанун булмаһа ла, артҡа әйләнеп, эҙҙәребеҙгә бер ҡараш ташлар инек, моғайын. Үткән юлыңа йомғаҡ яһамай тороп, алға китеш – килешмәҫ эш. Дөрөҫ юлдаһыңмы? Тайпылманыңмы? Юлдашың кем? Ни тиклем ара үтелгән?..
Эйе, һорауҙар күп һәм барыһын да асыҡларға кәрәк. Ошо көндәрҙә “Ашҡаҙар” гәзите лә был йылға йомғаҡ яһаны һәм үткән эҙҙәргә ҡарап, күңелде әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ биләп ала. Сөнки үҙебеҙҙең эҙҙәр йәнәшәһендә беҙ тағы ла әллә нисәмә эҙҙәрҙе күрәбеҙ. Был – гәзит уҡыусыларыбыҙҙың эҙҙәре. Шөкөр, дуҫлыҡ һуҡмағы шулай ярала. Ул ғына ла түгел, дуҫтарыбыҙҙың тағы ла артыуын күреп ҡыуанабыҙ. Гәзиттең ҡағыҙ варианты ғына түгел, заман менән бергә атлаған йәштәрҙең әүҙемлеге арҡыры баҫмабыҙҙың электрон вариантына яҙылыусылар ҙа ишәйҙе. Телем тип, илем тип янып йөрөүсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ бар икән дә! Ә беҙ киләсәк өсөн борсолған булабыҙ. Ғөмүмән, нимә генә тимәһендәр, Стәрлетамаҡта рухлы халыҡ йәшәй.
Шул уҡ ваҡытта, сер түгел, гәзиткә яҙылыуҙы дөрөҫ ойоштора белеүҙән дә күп нәмә тора. Кешеләрҙе дәрт-ләндереү, йәһәтләү, гәзиттең мәғ-лүмәт сығанағы ғына түгел, ә рухи күпер булыуына төшөндөрөү һымаҡ ҙур эштәрҙе башҡарған етәкселәргә рәхмәтебеҙ ҙур. Башҡа мәсьәләләрҙе уңышлы сисеү менән бер юлы матбу-ғат яҙмышына ла битараф булмаған ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың хеҙмәте был тәңгәлдән оло ихтирамға лайыҡ. Тәлғәт Ғәбитов, Харис Әбдрәхимов, Ләйсән Йосопова, Александр Матвеев, Айгөл Шаһисолтанова, Рәйсә Илишева, Азат Мәҡсүтов, Гөлшат Әхмәтова, Рөстәм Дәминев, Ғирфан Ғөбәйҙуллин, Гөлшат Собханғолова, Лилиә Абдуллина, Илдар Биктимеров... Хәйер, ойоштороу эшендә көс һалған шәхестәрҙең барыһының да исемдәрен бер юлы атап бөтөү мөмкин түгел. Иң мөһиме, беҙ уларҙың хеҙмәтен беләбеҙ, эҙҙәрен таныйбыҙ! Ә шулай ҙа... Ә шулай ҙа төп байлығыбыҙ – беҙҙең ябай гәзит уҡыусыларыбыҙ. Гәзитле булам тип, телем үҫһен, милләтем сәскә атһын тип янып, почта бүлексәләрендә, ре-дакцияла эҙҙәрен ҡалдырып китеүсе ябай гәзит уҡыусылар. Килеп хәл белгәнегеҙ, шылтыратып торғанығыҙ, һәр саҡ ҡунаҡҡа көткәнегеҙ, яҙған хаттарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
...Тышта ҡар яуа. Ваҡыты еткәс, ямғыр ҙа яуыр, үлән дә үҫер. Әммә редакция менән гәзит уҡыусы ара-һындағы һуҡмаҡты бер ни ҙә ҡаплап та, юйып та китә алмаҫ. Байрамдар имен үтһен, дуҫтар! Алдағы йылда ла бергә ҡалайыҡ. Яңы йыл менән!
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: