Хәҙерге заманда, дөрөҫөн генә әйткәндә, Яңы йыл кисәләре, ғаиләнең хәленә, ата-әсәнең мөмкинлектәренә
ҡарап үтә. Сөнки ата-әсәләрҙең эшләмәгәндәре лә бар, профсоюздарҙың да бик бай бүләктәр таратырға
мөмкинлектәре юҡ. Шуға күрә беҙ ейәнсәребеҙ тыуып, Яңы йыл, Яңы йыл кисәһе ҡасан булғанын белә башлағас, үҙебеҙсә бер шөғөл уйлап таптыҡ.
Оло көршәктә, бик матур ҡуйы япраҡлы рауза гөлө үҫә. Яңы йылда ул сәскә атмай, шуға күрә беҙ уны ҡулланырға булдыҡ. 20 декабрҙән һуң ҡыҙым менән уның төбөнә тинлек баҡыр аҡсалар сәсәбеҙ, ә бына Яңы йылға уларҙан нәмә үҫеп сығыр, уныһын инде утыҙ бере төнөндә күренә.
Ейәнсәребеҙ көн дә иртән тороп үҙгәрештәрҙе тикшереп тора. Бына, ниһайәт, 31-се көн етә. Төнөн бала йоҡлағанда Ҡыш бабай (ул инде олатай) тинлектәрҙе үҫтереп, ҡағыҙ аҡсаларға әйләндереп, унар, иллешәр тәңкәлектәр булып, ағастың олонона япраҡтар араһына инеп «урынлаша». Был мәғжизәне күргән ейәнсәребеҙҙең иҫе китеп хайран ҡала.
Шунан ул аҡсаларҙы йыйып алып, үҙенә кәрәк-яраҡтар, тәмлекестәр ала. Баҡһаң, ул башҡа көндәрҙә лә шул гөл төбөнә тәңкәләр сәсеп ҡуя икән. Шунан инде беҙ был мөғжизәнең тик Яңы йыл төнөндә генә булғанын аңлатып бирәбеҙ. Шулай уҡ биҙәлгән шыршы төбөндәге бүләкте лә Ҡыш бабай ҡалдырып китә икән.
Хәҙер инде ҡыҙыбыҙ үҫте, ундай мөғжизәләргә ышанмай, әммә элекке булған Яңы йыл хәтирәләрен һаман да һағынып һөйләй. Бигерәк тә ҡул аҡсаһы етмәй башлаһа...