Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2018, 15:07

КИЛӘҺЕ ТУҠТАЛЫШ: ЯҢЫ ЙЫЛ!

Яңы йыл – иң көтөп алған, яратҡан байрамдарыбыҙҙың береһе. Ул күптәр өсөн ғаилә байрамы ла. Был көндө яңы дәүергә, яңы тормош баҫҡысына үрләгән кеүек хис итәбеҙ бит үҙебеҙҙе. Тик Яңы йыл төнөндә барыһы ла ғаиләләре менән йылы өйҙә, һыйлы түрҙә ултырмай шул. Байрамды эш урынында үткәреүсе һөнәр эйәләре лә бихисап...

Табын артында ултырып үткәреү түгел, ә уйҙар менән генә иҫке йыл менән хушлашып, Яңы йылды ҡаршы алыу тиһәң, дөрөҫөрәк булыр бөгөнгө һүҙ барасаҡ һөнәр эйәләре тураһында. Иртә торған – уңған, ти халыҡ. Ә кондукторҙар иң беренсе булып ҡала урамдарында эш башлай. Ял, байрам көндәрендә лә иртәнге 6-сы яртынан, төңгө 1-се яртыға тиклем пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә.
Миҙгеленә ҡарап – эҫе йә һыуыҡ, тауыш, хәрәкәт, төрлө холоҡло пас-сажирҙар, матди яуаплылыҡ... Рә-хәтенә ҡарағанда, михнәте күберәк кондукторҙарҙың, троллейбус водител-дәренең.
Ғөмүмән, Яңы йыл төнөндә эшләгән кондукторҙар байрамды нисек үткәрә икән?! Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап эҙләп, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығына юл тоттоҡ.
Ә бына Яңы йыл төнөндә троллейбуста кешеләр бармы? Үҙҙәре кеүек төнгә тиклем эшләүсе кешеләрме, әллә төрлөһө осраймы икән?
– Быйыл икенсе йыл рәттән 31 декабрь көндө эшләргә сығасаҡмын. Былтыр куранттар һуҡҡанын белмәй ҙә ҡалғанмын. Бөгөнгөләй хәтерләйем: «Восьмерка»ла вокзалға барып туҡтаныҡ та дүрт кеше – егет менән ҡыҙ, өлкәнерәк ир менән ҡатын – ҡултыҡлашып килеп инде. Күрәһең, ҡунаҡҡа китеп баралар, ә үҙҙәре өлгөрмәй ҡалғандар. Шул саҡ ул сменала троллейбус йөрөтөүсе Оксана Собханғолова «Яңы йыл менән!» тип ҡысҡырып ебәрҙе! Бөтәбеҙ ҙә троллейбус тултырып «Урр-ра!» тип шатландыҡ та тороп бейей башланыҡ! Күңелле булды, 2017 йылда ултырған пассажирҙарыбыҙ 2018 йылда төшөп ҡалды! – ти кондуктор Вера Аркадьева.
– 21 йыл троллейбус идаралығында эшләйем, был ваҡыт эсендә әллә нисә тапҡыр Яңы йыл төнөндәге сменаға сыҡҡаным булды. Троллейбуста һәр ваҡыт кеше бар, шуға ла беҙ йөрөйбөҙ ҙә инде. Яңы йыл алдынан юлдарҙа ҡатмарлы була башлай, тығындар һәм башҡалар. Әлбиттә, беҙ тыныс һәм әүәлгесә эшебеҙҙе башҡарабыҙ, сәғәт 12 тулғас та барыһы ла үҙ яйына ҡайта. Яңы йыл төнөндә төрлө мажаралар була инде ул. Бына бер йыл тәүге тапҡыр троллейбусты Яңы йыл рухында биҙәгәндә ҡапыл бер машина арттан килеп сыҡты ла юлымды арҡыры тороп быуҙы. Һуңынан машинанан ҡоттары осҡан иҫерек пассажирҙар килеп сыҡты, мин дә былар нимә эшләргә йыйына икән тип шөрләп ҡуйҙым. Уларға биҙәлгән троллейбус осоп барғандай күренгән, ә үҙҙәренә, байрам итә торғас, “тейен” килгән тип уйлағандар. Ә бер малай ошондай биҙәлгән троллейбусҡа ултырҙы ла шул тиклем уны яратты, хатта атаһына ҡиммәтле джибын һатып, троллейбус алайыҡ тип илай башланы, туҡтатып та ала алманыҡ, – ти Лена Баландина.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр осрап тора икән кондукторҙарға, троллейбус йөрөтөүсе апайҙарға. Шампандар атып, бенгал уттарын тоҡандырып, уларҙы дәртләндереп төшкән пассажирҙар ҙа була. Үҙҙәре лә ябай кешеләр араһында йөрөп, шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашалар, һорауҙарына яуап, кәңәштәр биреп, кәрәк саҡта юл өйрәтеп, пассажирҙарын теләгән урындарына еткереп тә ҡуялар. Ә хәҙер уларҙың пассажирҙары менән бергә Яңы йыл ҡаршылағанын да беләбеҙ!
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.
Читайте нас: