Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2018, 16:43

Мөғжизәгә килә ышанғым…

“Йәшерен миллионер”ҙың ҡалабыҙға килеп өскешене шатландырып китеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡинде. Үҙ эшен булдырырға теләүсе егеткә 50 мең һумбиреүе, күмәк балалы патронат ғаиләһенә машина бүләкитеүе, риэлторҙарҙан алданып, фатирһыҙ ҡалған күпбалалы ҡатынды фатирлы итеүе стәрлетамаҡтарҙы шаҡҡатырғайны.

Халыҡта: “Үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә, ысын булһа ла
һөйләмә!” – тигән әйтем бар. Ошо өс бәхетленең береһен булһа
ла күреп, шатлығын уртаҡлашҡым килде. Дуҫлыҡ урамындағы
Яңы йыл мөғжизәһе булған йорттоң буҫағаһын атлап инеүгә
беҙҙе Лилиә Йосопова дүрт балаһы менән ихлас ҡаршы алды.
Яңы фатирға яңы күсенеп йөрөүҙәре икән. Балаларының күңеле
күтәренке, етмәһә, бәләкәй генә эттәре лә бар.
– Башта миңә ТНТ каналынан шылтыратып, йәшерен
кешенең беҙҙең ғаилә менән танышырға теләүен еткерҙеләр.
Берәҙәк ҡиәфәтле кеше менән осрашып, уға еңел булмаған
яҙмышымды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Был хәлде
онотоп бөтөп, күпмелер ваҡыт үткәс, телефонда таныш
тауышты ишетеп хайран ҡалдым. Мине балаларым менән
бергә фотоға төшөрөргә офисҡа барабыҙ тип, ике такси менән
алып киттеләр... Һәм ошо ике бүлмәле фатирға алып инделәр.
“Оҡшаймы?” – тип һоранылар, һис уйламағанда: “Был
фатир бөгөндән һеҙҙеке!” – тип асҡыс тотторҙолар.
Мин бары: “Бөгөн 1 апрель түгел дә инде”, – тип әйтә
генә алдым, – тип һөйләй ҡыуанып әсә кеше Лилиә
Рафаэль ҡыҙы.
Лилиә ханым әле 12-се торлаҡ-эксплуатациялау
участкаһында урам һепереүсе булып эшләй. “Рәхмәт
инде участка начальнигы Адель Рәшит ҡыҙына,
балаларым менән һыйынып йәшәргә бүлмә булһа ла
биргәйне”, – ти ул. Ә бит риэлторҙарҙан алданған
мәлендә Ауырғазы районының Юлдаш ауылында
йәшәргә лә тура килгән был ғаиләгә.
– Фатир алыуға 7-се булып сиратта торам.
Барыбер нин-дәйҙер мөғжизә булырына ышана инем.
Егерме биш йыл Ленин заводында кран машинисы
булып эшләп, алты бала менән интегеп йәшәргә тиеш
түгеллегемде әллә ҡасан белә инем. Ниһайәт, ошо
«йәшерен миллионер» тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа
үҙгәртеп ебәрҙе. Балаларыма пособие, үҙемә пенсия
юллай алдым. Беҙҙең ғаиләгә уйламағанда килгән
мөғжизәле бәхетте барығыҙға теләйем, – ти ул серле йылмайып.
Үҙе фатирҙа кәрәгенсә йыһаз булмағанға уңайһыҙланған да
һымаҡ. Йорто булһа, йыһазы табыла ул. Балаларығыҙ ҡосағында
рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә һеҙгә! Сөнки тормош 50 йәштә
икенсе һулыш менән саҡ башлана ғына әле. Киләһе таңдарығыҙ
яҡты булһын. Мөғжизәгә ышанығыҙ, дуҫтар!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: