Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2018, 16:58

Яңғыҙ түгелбеҙ , ахыры...

Янда ғына шыртлап ботаҡ һынып ҡуя. Өҫтәлдә ултырған сынаяҡтөшөп ватыла. Эргәлә кемдер йөрөгән һымаҡ... Таныш ваҡиғалармы?Эйе, иғтибар итһәк, ирекһеҙҙән был тормошта беҙ (тере йән эйәләре)яңғыҙ түгел икәнебеҙгә инанып ҡуябыҙ. Шайтандар, убырҙар, “паралельдонъя”, аҙашҡан рухтар... Мөгөҙлөләр, ҡойроҡлолар, өс күҙлеләр. Кемнимәне осратҡан, ҡайҙа күргән. Шаштырыусыларҙы онотмай, кемдеңнимәгә фантазияһы етә тигәндәй.

Кемдер
баҙҙа ҡыл тарта
Ә шулай ҙа уйландыра, эх, уйландыра
аң етмәҫлек күренештәр. Осо-ҡырыйына
сығырлыҡ түгел хатта. Хәйер, сығырға
тейешбеҙме лә икән? Иң мөһиме: был
ваҡиғаларҙан һабаҡ алып йәшәргә
кәрәктер. Юҡҡа ғына киҫешмәй бит ике
донъя. Күрәһең, иҫкәртәләр, аҙымыңды
хуплайҙар, ҡайһы саҡ туҙынып та
китәләр. Артабан үҙем менән булған һәм
башҡаларҙың ауыҙынан ишеткән бер
нисә ваҡиғаға туҡталып китәм.
Яңғыҙ түгелбеҙ икәненә әле бала
саҡта уҡ төшөнөргә мәжбүр булабыҙ.
Эйе, хисле халыҡ – беҙ, өләсәйҙәрҙең өс
башлы аждаһалар, күл күтәрер батырҙар
тураһында әкиәттәрен тыңлап үҫкән
малай-ҡыҙҙар. Тик шул сабый саҡта
әкиәт персонаждары ысын тормошта
ла барлығына ышанырға тура килә.
Мауыҡтырғыс сюжетты күҙ алдына
баҫтырмай ҙа.
...Әле уҡырға бармаған саҡ. Көҙҙөң
ҡараңғы төшөп килгән бер көнө. Атай-
әсәй, ағай-апайҙарым тышта эш менән
мәшғүл, хатта өләсәй ҙә улар янында
ни менәндер булып йөрөй. Мин өйҙә,
яңғыҙым. Үкенескә ҡаршы, өҫтәүенә,
ауылда ут һүнгән. Тәҙрәнән тышты
күҙәтәм. Бер саҡ баҙҙа тауыш сыҡты.
“Сысҡандыр” тигән уй килде башҡа
тәүҙә. Тик... сысҡан музыка ҡоралында
уйнай беләме ни? Баҙҙа ҡыл тарталар
ине – әйтерһең дә, кемдер гитараның
ҡылдарын сиртә. Юҡ, ниндәйҙер бер
тәртиптәге көй түгел, айырым-айырым
ҡыл сиртеү. Сиңерткәлер, бәлки, тик уның
сырылдауын ғына ишеткән бар бит!
Баяғы әкиәттәрҙә әйтмешләй, ҡот бот-
ҡа етте. Тән зымбырлай, тын алырға ла
ҡурҡып ултырам. Хәтерләмәйем, яңғыҙ
булғас, бәлки, йырлап та ултырғанмын-
дыр. Шуға ҡыл тауышы шул көйгә эйәреп
сыҡҡандыр тип тә уйлай торғайным элек.
...Инде тышҡа атылдым тигәндә генә
апай килеп инде. Эскә йылы йүгерҙе.
Шарҙай булған күҙҙәремде күрептер
инде, туғаным нимә булғанын һорап
ҡуйҙы. Хәлде аңлатҡас, “моңдо” икәүләп
тыңларға булып киттек. Ләкин күпме генә
тын ултырырға тырышмайыҡ, ҡыл тартыу
ҡабатланманы. Апайыма “ҡолағыңа
ишетелгәндер” тип әйтеп, йәнә тышҡа
сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ул
сығып китте. Тик “музыка” тағы башланды
бит. Эй ҡурҡыуым!
Күрәһең, апай ишеткәнемде башҡа-
ларға ла һөйләгән, бала ҡурҡмаһын
типтер иптәшкә өләсәй инде. “Ҡурҡма,
улым, бәлки, өй эйәһе шулай шаяралыр”,
– тип тынысландырҙы. Тынысландырҙы
тип, йөрәккә ҡурҡыу ғына өҫтәп ҡуйҙы.
Хәйер, яңғыҙым булмағас, инде бер нәмә
лә шөрләтмәй ине инде.
Был ваҡиғанан һуң да өйҙә яңғыҙ
ҡалған саҡтар булды, сәйер тауыш йәнә
ҡабатланды, йәнә ҡабатланды. Тик уны
ишеткәндән һуң үҙемде насар йәки яҡшы
тоя башланып тип әйтә алмайым. Бары
ҡурҡыу ғына. Әйткәндәй, аҙаҡ өйрәнеп
китеп, иғтибар ҙа итмәй инем. Ҡайһы
берҙә “паралель донъя” тураһында һүҙ
сыҡһа, ошо ҡыл тартыу иҫкә төшә. Нимә
булды икән ул?
Ен-һыйыр
...Беҙ бала саҡта, яҙ етеп, ер өҫтө саҡ
ҡына асыла башланымы, йылға артындағы
тауға йүнәлә торғайныҡ. Башта әрселгән
тау битендә “тәкмәс” тигән уйын һуғабыҙ.
Аҙаҡ, аҫтағы тигеҙ ялан асылғас, “маяҡ”
уйнайбыҙ, волейболға сират етә.
Шул уйнарға сыҡҡанда атай-әсәй эш
тә ҡушып ебәрер ине – ауыл көтөүенә
иртәрәк булғас, яланға һыйырҙарҙы
ҡыуып барабыҙ ҙа ҡыуып алып ҡайтабыҙ.
Уйын менән күҙ бәйләнә башлағансы,
мәҡәлә шартына тура килтереп әйткәндә,
ендәрҙең уяна башлаған сағына тиклем
йөрөй торғайныҡ.
Бер көндө апайым әхирәте менән
тау битләүенә һыйыр артынан менеп
китте, беҙ аҫта, тигеҙ яланда уйынды
тамамлайбыҙ. Тик ҡыҙҙар менеп тә
бөтмәне тиерлек, кире сырылдат-
ҡысҡырып йүгереп килеп төшмәһенме.
Барыбыҙ ҙа уларға баҡҡанбыҙ: “Нимә
булды? Бүреме әллә? Һыйыр ҡайҙа?”.
Саҡ-саҡ тынысланған ҡыҙҙар ен
күреүҙәрен һөйләне.
Баҡтиһәң, тау башына менеп еткәс тә
беҙҙең һыйырҙы күреп ҡалғандар, апай
янына барып “Һәш!” тип ҡул күтәреүе
була, малҡайыбыҙ секунд эсендә тауҙы
уртаға йырып үткән тәрән генә йырындың
икенсе ярында тора, ти. Урындағы халыҡ
ул йырынды “эт соҡоро” тип йөрөтә.
Быға тиклем дә был соҡор менән
бәйле аптыратырлыҡ ҡына ваҡиғалар
ишетелеп-ишетелеп ҡала торғайны, ен-
һыйыр күренгәс, йырын тамам серле ергә
әүерелде минең өсөн.
Һыйыр ҡайғыһы китте, әлбиттә. Үҙебеҙ
генә өйгә һыпырттыҡ. Бәхетебеҙгә,
ҡайтыуға, “Зорька” һарайҙа бесән көй-
шәй ине инде. Был ваҡиғанан шуныһы
бигерәк тә ғәжәпләндерҙе: ен бер ниндәй
ҙә тайпылышһыҙ нәҡ беҙҙең һыйырҙың
күсермәһенә әүерелгән бит әле!
Миләшле буйында
Ен-пәрейҙәрҙе техниканан ҡурҡа
тиҙәр, ә бына уларҙың йыш ҡына мал
тирәһендә уралғандарын ишеткән
бар. Һыйыр ғына түгел, ат менән бәйле
осраҡтар ҙа була.
Был хәл тураһында әсәй һөйләгәйне.
Олатай менән өләсәй Ташбүкән (Ғафури
районы) ауылынан ҡайтып килгәндәр.
Эңер ваҡыты. Бер мәл өләсәй аттан төшөп
ҡалып, әҙерәк йәйәүләп атларға булған –
биш-алты метр самаһы сананан арттараҡ
килгән. Тик ен йәйәүлегә түгел, ә санала
ултырып килгән олатайға һөжүм иткән.
Олатайҙың: “Елкәгә менде лә ултырҙы, ат
та тарта алмай, тирләп сыҡты. Ҙәбиҙәгә
сыбыртҡы менән миңә һуҡ тип әйтергә
саҡ көс таптым”, – тигән хәтирәләрен
әсәй беҙгә лә һөйләп ала. Өләсәй
сыбыртҡы менән һуҡҡас, хәлдән тайған ат
ҡапыл алға сығып саба, саналағылар саҡ
йәбешеп ҡала. Олатай был хәлдән еңел
ҡотолоуҙы сыбыртҡыға бәйләгән. Аттың
тир еҫе һеңгән сыбыртҡыны ен, күрәһең,
яратмаған.
Ошо уҡ яҡтарҙа ауылдың икенсе бер
атлы кешеһенә лә ябырыла ҡара көс.
Зәйнетдин исемле мал ҡараусы бабай
(“миләшле буйы” тиҙәр ул ерҙәрҙе беҙҙә),
көҙ көнө малдарҙы кәртәгә япҡас, һыбай
көйө ауылға ҡайтып китә. Тик урман эсенә
инеүе була, уның янында бер эт пәйҙә
була. Өрмәй ҙә, ти, үҙе артта ла ҡалмай
икән. Тик бына ат ҡына сәбәләнеп-
сәбәләнә. Бер мәл эт
күҙҙән юғала, ат алға юрта,
тик... ен быларҙың янынан
инде алама ғына бишмәт
кейгән, билен ҡайыш менән
быуып бәйләгән бәләкәй
генә буйлы бер ҡарт булып
эйәрә башлай. Һыбайлы
уға: “Кем һин, ҡайһы
ауылдан? Ҡайҙа бараһың?”
– тип өндәшеп тә ҡарай.
Ләкин “алама бабай” шым
ғына эйәреүен белә. Үҙе
шәп кенә барған аттың
тиҙлегенән ҡалышмай икән. Шулай
урманды сыҡҡансы оҙатып килә ул.
Үкенескә ҡаршы, малсы олатай һымаҡ
ендән еңел генә ҡотола алмай. Аҙаҡ
күҙенә күренеп, сирләп тә алған, тиҙәр.
Башта осона сығырға тейешбеҙме икән
тип, ошоларҙы ла күҙ уңында тотҡайным
инде. Борсоғандарын йыш ҡына
яратмайҙар шул сит “күршеләр”.
Төн уртаһында
сабый баҫып тора
Ярай, әле һөйләгән ваҡиғалар
элек булған. Тик әле борон-борондан
инанылған шайтандар, убырҙар һәм
башҡа көстәр, тормошҡа үҙе мөғжизә
булған гаджеттар, роботтар килеп ингән
замандарҙа ла сит-ят түгел шул.
Йәш саҡ. Һөйгән ҡыҙымды оҙатып, төн
уртаһында өйгә велосипедта елдерәм.
Ай күренмәй, тышта әсе ел ҡотора,
педалдәрҙе аяҡтар саҡ-саҡ әйләндерә
тигәндәй. Ауылды уртаға айырып ятҡан
Иләмән йылғаһы аға ине, хәҙер соҡоро
ғына ҡалды инде. Шул йылға янында
йорттар юҡ, тик социаль объекттар ғына
урынлашҡан. Шул тәңгәлгә еткәс, ҡапыл
алда нимәлер пәйҙә булды. Ныҡлабыраҡ
ҡараһам – өс-дүрт йәшлек кенә сабый
баҫып тора. Төн уртаһы, өҫтәүенә, шун-
дай ҡурҡыныс төн! Был сабый ҡайҙан
килеп сыҡты икән тип уйлап та бөтмәнем,
күҙ асып йомған арала ул юҡ булды.
Аптырарға ғына ҡалды. Ысынында ла
берәйһенең балаһы булдымы, күҙгә
генә күрендеме икән – хәҙер мәңгелек
сер булып ҡаласаҡ. Һәр хәлдә, ошо
йылға буйында йәнә элегерәк ендәрҙең
күмәкләп гармун тартып, аҡырып йырлап
ҡайтып килгән туй мәжлесе булып та
күренгәнен һөйләгәндәре бар...
Мине лә
ҡалдырмағыҙ
Ауыл тирәһендә – тыныс тормош,
ә ендәр тыныслыҡты ярата. Шуға шау-
шыулы ҡала ерендә был күренеште инҡар
итеп барабыҙ. Ен-пәрейҙәр генә түгел,
өй эйәһе, рух-йәндәр ҙә унда юҡ һымаҡ.
Ләкин тормошта йыш ҡына киреһенсә
килеп сыға. Бер танышым үҙенең фатир
алыу мажараһын бәйән иткәйне.
- Күсенер алдынан әсәй өй эйәһен
дә саҡырырға кәрәк, һеперткегәме
шунда йәки кәстрүлгәме ултыртып алып
барығыҙ тигәйне, көлөп кенә ҡараныҡ,
– тип һөйләп китте ул. – Тик барыбер
уныңса килеп сыҡты.
Шулай итеп, шатланышып-ҡы-
уанышып күсенәләр яңы фатирҙарына
дуҫтарым. Бер аҙ йыйыштырып, йоҡ-
ларға яталар. Тик бер ҙә серем итә
алмайҙар: йә тегендә тауыш, йә бында.
Ә төнгө сәғәт өстә бөтөнләй тәк торғанда
крандан шажлап һыу аға башлай. Шунда
ғына аңлап ҡала йәштәр хатаһын. Тик
икенсе һәм өсөнсө көнөнә лә төп хужаны
саҡырырға ашыҡмайҙар – төндә йәнә шул
уҡ хәл ҡабатлана. Бер нисә көндән һуң
китәләр былар иҫке фатирҙарына кәстрүл
күтәреп...
Эйе, тәү ҡарашҡа өләсәй һөйләгән
әкиәт тип ҡабул итәһең әлегеләй хәл-
дәрҙе, әммә күҙеңә тура ҡарап торғас,
ҡулбашыңа килеп ҡағылғас, өҫтөңә менеп
быуа башлағас йәки, киреһенсә, берәй
бәләнән ҡотҡарып ҡалғас ҡына уларҙың
барлығына ышанаһың. Дөрөҫөрәге, тура
килә. Иң мөһиме: кемдәр генә һәм ниндәй
маҡсат менән үҙҙәрен белгертеүҙәре-
нә ҡарамаҫтан, уларҙы асыуландырмай,
борсомай ғына йәшәргә тырышайыҡ.
Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Читайте нас: