Николай Петров – Стәр-летамаҡ типографияһында иң оҙаҡ хеҙмәт иткән ветерандарҙың береһе. Бына 42 йыл инде ул ҡағыҙ ҡырҡыу машинаһы менән идара итә. Ҡағыҙ ҡырҡыу эше ситтән ҡарағанда ябай ғына булып күренһә лә, үтә лә теүәллек һәм йыйнаҡлыҡ талап итә. Ә бит уйлап ҡараһаң, иртәнән кискә тиклем, тау-тау булып өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙарҙы ҡырҡып, матур итеп тәҫләп һалып ҡуйыу өсөн дә таһыллыҡ кәрәк. Баҫылған бланкыларҙы һәм башҡа әҙер продукцияны тейешле форматта ҡырҡмаһаң, эшләгән эшеңдең юҡҡа сығыуы бар. Шуға күрә был һөнәр бик ныҡ иғтибарлы булыуҙы талап итә. Николай Васильевичтың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтен юғары баһалап, үткән йыл уны Рәсәй Федерацияһының Матбуғат һәм киң коммуникациялар ми-нистрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеләр.
– Типографиялағы тәүге эш көнөм – 1977 йылдың 23 феврале – бөгөнгөләй хәтеремдә, – ти ветеран үткән ғүмер юлдарына байҡау яһап. – Армиянан ҡайт-ҡас та хеҙмәт юлым ошонан башланды. Әлбиттә, йылдар үтеү менән эш техникаһы ла үҙгәрә тора. Ҡалҡыу ысул менән баҫыуҙан башлап, линотип ысу-лы менән йыйыу, фотонабор, компьютерҙа йыйыу – быларҙың барыһы ла яҡшы таныш. Эшемде һәр ваҡыт яратып башҡарҙым, беҙҙең коллектив һәр саҡ берҙәм булды. Элек икешәр сменалап эшләй инек. Бына хәҙер инде хаҡлы ялда булһам да, яратҡан эшемдән, коллективымдан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.