Әйткәндәй, йыл башланып, бер нисә көн генә үтеүгә ҡарамаҫтан, был йәһәттән ялыуҙар булып алды ла инде. Ҡаланың төрлө биҫтәһендә йәшәүсе халыҡтан мөрәжәғәттәр Радий Хәбиров һәм Владимир Куликовтың социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәләренә килә. Хатта фотолар менән байытып ебәрәләр ялыуҙарҙы. Нисек кенә булмаһын, проблема урынында хәл ителә бара, ялыу булған урындарға сүп ташыусы машиналар елдереп тора.
Мәҫәлән, мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе Лера Васильева: “Ни өсөн ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн ҡалала юғары хаҡтар?” – тип ҡыҙыҡһынһа, Екатерина Ремезова: “Контейнерҙар эсе таҙа булһа ла тирә-яғы сүп-сар менән тулы” – тигән дәғүәһен белдерә. Тәүге мөрәжәғәт итеү-сегә: “Бөгөнгө көндә Башҡортостан Хөкү-мәте тарафынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса норматив билдәләнде, хаҡтар ай дауамында билдәле буласаҡ”, – тигән яуап ҡайтарылһа, икенсе ялыу буйынса тейешле машина проблемалы урынға барып та етте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әгәр ҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 8(800)-700-49-00 һандарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Ғәйеп атта ла бар, тәртәлә лә тигәндәй, төбәк операторы автоһәүәҫкәрҙәрҙе машиналарын сүп-сар ташлау өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙар янына ҡуй-мауын үтенә.