Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 15:45

Барыбер ҡайттым!

Редакциянан: гәзиттең үткән һанында элек һәм хәҙер Яңы йыл байрамын ҡаршы алыу тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Табын ҡороу ғына түгел, ҡунаҡҡа барып етеүҙәр ҙә ҡырҡа айырыла икән. Такси саҡыртып, кәрәк урынға барып етеү хәҙер бер ни түгел, бына сатлама һыуыҡта йөк машинаһы башында, атта етеп ҡара һин! Даими авторыбыҙ Венера АБДУЛЛИНАның яҙмаһында ла Яңы йыл кисәһенә ашығыу сағыла.

..31 декабрь. Эш көнө. Һигеҙ сәғәт эшләп, киске биштә тиҙерәк тыуған ауылға юлға сығыу яғын ҡараным. Алдан әҙерләнеп килгәйнем эшкә, фатирға ҡайтып тороу юҡ, ваҡыт тар.
Кисен райондарға автобус сығармайҙар, шуға юл ыңғай машина осрамаҫмы тигән өмөт менән сыҡтым юлға. Тыуған ауыл түгел, ҡала ситенә сыҡҡансы күҙем тондо, маршрут автобустары сәғәт-сәғәт ярым ваҡыт ара менән йөрөй, халыҡ күп, 31- е бит!
Ҡала ситенә килеп еткәнсе киске һигеҙ булып китте. Көтәм, торам, машина юҡ. Сатлама һыуыҡ. Быйма кейгән булһам да, аяҡта биҙәкле капрон ойоҡ. Торам, эт тә юҡ! Ҡайтаһы килә бит, малай, ауылға йәштәр янына. Тик... Йәйәүләп йүгерәйемме ни бер үҙем илле саҡрымды?
...Тора торғас, бер “Беларусь” тракторы күренде. Ҡуй, ултырмайым да, ҡасан ҡайтып етә әле һөйрәлеп, тип уйлап өлгөрмәнем, тракторға тағылған йөк машинаһы күренде. Аһ,аһ, беҙҙең ауылдыҡы лабаһа! Сабып тигәндәй ҡыуып етеп, кабинаһының тупһаһына һикереп мендем. Ҡайҙан килгән тиҙлек, ҡайҙан көс? Тик... ишеген аса алмайым бит. Дөбөрҙәтәм генә! Уты юҡ, тәҙрәләре туң, бер кем күренмәй. Типкеләй торғас, ишек ҡапыл асылып китеүгә саҡ осоп төшмәнем.
Бәй, айыу Рәйес ултыра рулдә, минең ут күрше! Өшөп-туңып бөткән! Күҙҙәре шарҙай булды тегенең: “Күктән төштөңмө әллә?” – ти.
Ҡайтып барабыҙ шулай. Ватыҡ машинаны Салауат ҡалаһынан уҡ һөйрәтәләр икән. Кабина тәҙрәләре мин ултырғас тағы ла бәҫләнеп китте. Юл күренмәй, әҙерәк булһа ла иреһен тип шырпы яндырып быяланы йылытам, килә-килә бер ҡапты яндырып бөттөм. Ҡайһы тирәгә еткәнебеҙ беленмәй ҙә, күренмәй ҙә. Шулай килә торғас, бер мәлде тормозға ҡапыл баҫҡандай булды, бәрелеп-һуғылдыҡ та, шып туҡтаныҡ. Рәйес ишекте көскә асып ҡараһа, тракторсы бабайыбыҙ габарит уттарын мылт-мылт һикерткеләп әллә ҡайҙа барып еткән – тағылма өҙөлөп төшөп ҡалған икән!
«Айыу» трактор артынан саба: “Туҡта-а-а, Шомбай, туҡта тим!» Бабайыбыҙ ишетмәне, елдерә генә! Рәйес уны ҡыуып етә алманы. Ултырып ҡалдыҡ юл уртаһында, ҡола яланда... Былай ҙа теш тешкә теймәй ине, хәҙер ни ҡылырға?!. Бая һөйләшергә ҡурҡа инек, әле һөйләшеп булмай, ауыҙҙар һыуыҡтан бөрөшкән. Машинаны ҡалдырып китһәк, күрше колхоз рәйесенән шөрләй. Күршемдең бер үҙен ҡалдырып китергә уйҙа ла юҡ. Ултырып ҡалһаҡ, туңасаҡбыҙ. Илағым да килмәй, көлгөм дә. Яҡын-тирәне төҫмөрләп, ауылға егерме саҡрымлап ара барлығын аңланыҡ. Көттөм-көттөм дә йәйәүләп ҡайтырға булдым шулай ҙа, һинең машинаң тип туңып үләһе юҡ әле. Туңыуҙан бигерәк байрам, йәштәр күңелгә ирек бирмәй. Рәйес тә минең арттан төштө. Киләбеҙ, йылындыҡ, мышнай башланыҡ, арыттырҙы. Эҫе мунсанан сыҡҡандай икебеҙҙән быу бәреп тора, керпектәр йәбешеп бөттө. “Ултырайым бер аҙ ғына, хәҙер ҡыуып етермен”, – тип, баҫып торған ерҙән ҡоланым.
– Юҡ-юҡ, тор тиҙ генә, ҡуша йәбешеп ҡатаһың, – тип тартып торғоҙоп, һөйрәкләп тигәндәй алып китте күрше.
– Күҙемә уттар күренә, уттар! Рәйес, һин күрәһеңме, уттар килә беҙгә табан. Бүре түгелме икән?
...Машина икән!.. Уф, Аллам! Килеп туҡтаны ҡаршыға. Янбай бабай Рәйескә алмашҡа тип ике шофёр табып, туңғандыр тип уйлап, ҡото осоп килгән. Мине күргәс, ул да аптырап китте. Йәнәһе, нисек килеп сыҡҡан бында!
Ниһайәт, ҡайтып еттек бит әй ауылға! Өшөп-туңып бөттөк, әммә (йәшлек бит!) барыбер киске уйынға сыҡтым! Шуныһы ғәжәп: икенсе көнгә сирләп тә ятманым, арымағанмын да. Булған бит заманалар!
Читайте нас: