Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 15:47

Байрам мөхите нимәлә сағыла?

Ергә ап-аҡ сафлыҡ өҫтәп ҡыш миҙгеле лә килеп етте, үтеп тә бара. Ошо миҙгелде бигерәк тә балалар көтөп ала инде. Сөнки тап ҡышын иң сағыу байрамдарҙың береһе – Яңы йыл була. Беҙҙең уртансы “Сулпылар” төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр ҙә Яңы йыл һәм Шыршы байрамын түҙемһеҙләнеп көттө.

Ошоға бәйле бик күп эштәр башҡарылды беҙҙә. Шыршы уйынсыҡтары, тәҙрә өлгөләренә ҡағыҙҙан ҡырҡылған ҡар бөртөктәре һәм төрлө яңы йыл һындары: шыршы, шулай уҡ төрлө әкиәт геройҙары әҙерләнде. Ғөмүмән әйткәндә, төркөмдөң һәр мөйөшө әкиәттәгеләй биҙәлде. Шуларҙың иң сағыуы – балалар баҡсаһының сисенеү бүлмәһендәге тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ата-әсәләре ҡатнашлығында эшләнгән төрлө яңы йыл һындарының барлыҡҡа килеүе. Шулай, Яңы йыл кәйефе бер шыршы тирәләй генә булманы беҙҙә.
Сисенеү бүлмәһендә яңы йыл байрамын йәмләндереү һындары эшләү өсөн әҙерлек алдан уҡ башланды. Ата-әсәләр был идеяны хуплап, дәррәү генә эшкә тотондо. Уларҙың әүҙемлеге, берҙәмлеге ошондай сараларҙа сағыла ла инде. Ә ошо берҙәмлек, тырышлыҡ тәрбиәселәр һәм балалар өсөн дә бик мөһим. Был саранан кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы, улар һәр береһе үҙҙәренең шкафтарына матур Яңы йыл быймаларын эшләп ҡуйҙы.
Әлфинә ИЛЬЯСОВА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: