Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 12:57

Булһын әле эш, эҫе һыу ағып торһон! Тултырмаға ҡытлыҡ юҡ, ҡалабыҙ матурланһын!

Йыл аҙағында UTV каналында тура эфирҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Етәксе менән ҡапма-ҡаршы ултырып журналистар үҙ һорауын бирҙе, бындай аралашыуҙа ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнашты: видеоһорауҙар, шылтыратыуҙар тура эфирға килеп етте. Етәксе барыһына ла яуаптар ишеттерҙе, ҡайһы берҙәрен контролгә алырға вәғәҙә бирҙе.

Бөтә ерҙә лә
йорт төҙөп булмай
Һорауҙар төрлө булды: крандан эҫе һыу оҙаҡ килмәүе, сауҙа нөктәләре, юл һалыныуы, балалар баҡсаһы төҙөлөштәренә бәйле булды. Ҡала башлығына үҙебеҙҙең һорауҙарҙы ла бирҙек, редакциябыҙҙың беренсе һорауы йәшәргә яраҡһыҙ тип танылып, кешеләре күсерелгән йорттарға бәйле булды: “Улар урынында нимәләр барлыҡҡа киләсәк?” - тип һораныҡ.
– Бындай йорттарҙың ер майҙансыҡтарын төрлөсә ҡулланырға тура килә, сөнки яңы йорттарҙы бөтә урындарҙа ла төҙөп булмай. Бушап ҡалған биләмәләрҙең ҡайһы берҙәрендә күп фатирлы йорттар төҙөләсәк, ә ҡайһы берҙәрендә бейек йорттар төҙөргә рөхсәт ителмәгәс, башҡа төрлө йүнәлештә ҡулланыласаҡ, тип яуапланы етәксе.
Магазиндар күп,
тиһәләр ҙә...
Бөтәһе лә Көнкүреш йортонан йыраҡ түгел яңы төҙөлөш ҡалҡып килгәнен күрә. Әммә һаман да уның исеме билдәһеҙ ине. Тура эфирҙа һорау биреүселәрҙең береһе: “Интернетта Стәрлетамаҡ баҙарға әйләнеп бара тигән фекер йөрөй”, – тип әйтте. Һәм етәксенең был һүҙҙәр менән килешеү-килешмәүен дә һораны.
Ҡала башлығы был өлкәлә асыҡлыҡ индерҙе һәм бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс күрмәүен белдерҙе. Баҡтиһәң, бындай сауҙа үҙәктәре бик күп кешене эш менән тәьмин иткән. Стәрлетамаҡтар өсөн генә түгел, яҡын-тирә район-ҡалаларҙа йәшәгән халыҡҡа брендлы тауар артынан Өфөгә йә Ырымбурға йөрөргә кәрәкмәй, барыһын да үҙебеҙҙә һатып алырға мөмкин. Шуға ла ҡалаға билдәле компаниялар саҡырыла. Етәксе шулай уҡ 80-се йылдарҙы иҫкә төшөрөп китте, колбаса йә башҡа төрлө тауар артынан сиратта тороп алған мәлдәрҙе... Бындай сауҙа үҙәктәре тауарҙың сифатын, уның күп төрлөлөгөн, һайлап алырға мөмкинлек биреүен аңлатты.
– Әлбиттә, был һорауҙы ни өсөн биргәндәрен аңлайым, һорау артында икенсе нәмә тора. “Ни өсөн етештереүсе предприятиелар төҙөлмәй?” – тигән һорау йәшерелгән. Әлбиттә, был өлкәлә лә эш алып барыла, эшҡыуарҙар үҙ тәҡдимдәрен әйтеп тора, эш башларға әҙер булыусылар ҙа бар, – тине Владимир Иванович, уйҙарын белдереп.
Сауҙа үҙәктәренә килгәндә, Көнкүреш йорто эргәһендә төҙөлөп килгән бина 2019 йылда ишектәрен асырға тейеш. «Елка» ла (сауҙа үҙәге шулай тип атала) ҡала халҡына яҡын буласаҡ, сөнки тап ошо урында элек ҡаланың иң ҙур шыршы майҙаны, боҙ ҡаласығы урынлашҡайны. Етәксе һүҙҙәренсә, бында ресторан, фитнес клуб һәм сауҙа нөктәләре эшләйәсәк.
Шулай уҡ реконструкция яһалған “Искра” кинотеатры ла яңылыҡтар алып килә. Ул да күңел асыу һәм сауҙа үҙәгенә әйләнәсәк, унда сауҙа итеү менән берлектә спорт майҙансыҡтары буласаҡ. Скаладром һәм фитнес менән шөғөлләнеүҙе башларға уйлайҙар. Күптән инде “Макдональдс” асыу тураһында хәбәр бар ине, ысынлап та, был компания ҡалаға киләсәк икән.
Сауҙа үҙәктәре күп тиһәк тә, ҡаланың бөтә өлөштәрендә лә сауҙа алып барыуҙан ҡәнәғәт түгелдәр. Владимир Куликов менән тура бәйләнешкә Первомайскийҙан шылтыратыусы ҡатын үҙе йәшәгән ҡасабала супермаркет асыуҙы һораны.
Ҡала хакимиәте башлығы менән тура эфир барышында уның урынбаҫарҙары ла ҡатнашты, мөмкинлектән файҙаланып, был һорау ҡулланыусылар һәм хеҙмәтләндереү баҙары, эшҡыуарлыҡ, баҡсасылыҡ мәсьәләләре буйынса яуаплы урынбаҫары Рөстәм Рахманғоловҡа йүнәлтелде. Рөстәм Камил улы һүҙҙәренсә, был ҡасабала «Семерочка» йәки «Продтовары» селтәренең магазины эшләп килгән. Хәҙер улар юҡ, ә бинаһы буш тора. Суд процедураларынан һуң был урындар ҡала хакимиәте ҡарамағына күсерелергә тейеш, артабан был майҙансыҡтарҙы торгтарға сығарасаҡтар. Әлеге мәлдә был урындарға «Пятерочка» һәм «Монетка» селтәре магазиндары урынлаштырыу буйынса һөйләшеү алып барыла. Әммә уға тиклем күпмелер ваҡыт үтәсәк.
Кемгә китап оҡшай,
кемгә – торшер
“Ҡалала бик күп арт-объекттар ҡуйыла, улар һеҙгә оҡшаймы?” – тигән һорау ҙа килеп төштө эфирға.
Ҡала башлығы иһә һындарҙы һайлағанда ҡаланың художество советына мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр итте. Баҡтиһәң, һындарҙы ҡаланың рәссамдары, архитекторҙары махсус ултырышта билдәләгән булған. Һындар башҡа ҡалаларҙы ҡабатламау һәм ҡаланың үҙенең йөҙөн булдырыу йәһәтенән сығып яһалған. Етәксе һүҙҙәренсә, һәр кешенең үҙ талаптары, ҡыҙыҡһыныуҙары, шуға ла һәр объект та оҡшап етмәүе мөмкин. Кемгәлер торшер оҡшай, кемдер китапты үҙ итә – былар Хоҙайбирҙин урамында ҡуйылған арт-объекттар.
– Шулай ҙа һүрәттә икенсе төрлө ине, беҙ башҡасараҡ уны күҙ алдына килтерә инек, етештереүселәр фотолағы кеүек эшләп еткерә алманы, – тине Владимир Иванович.
Төҙөкләндереүгә ҡаралған аҡсалар-ҙы башҡа өлкәгә йүнәлтергә мөмкин түгелме, тип әйтеүселәр ҙә йыш осрай. Был аҡсаларҙы, ысынлап та, поликлиника, юлдар төҙөү йә башҡа файҙаға ҡулланырға мөмкин кеүек. Әммә аҡсаларҙы башҡа яҡҡа йүнәлтеү мөмкин түгел, программаға ярашлы, уны маҡсатлы рәүештә ҡалала уңайлы мөхит булдырыу өсөн файҙаланырға тейешбеҙ.
Подъезығыҙ ниндәй төҫтә?
Подъездарҙа ремонт буласағын Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләп үткәйне инде. Стәрлетамаҡ халҡы ла программала ҡатнашырға теләй, программаның талаптарын һәм ҡасан эшләй башлауын белгеһе килде улар-ҙың. Һорауға ҡала етәксеһенең торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Андрей Ермолаев яуап бирҙе.
– Республикала бындай программа булдырыу өҫтөндә эш бара. Эш комплекслы алып барыласаҡ: стена, түбәләрҙе ремонтлау, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртыу тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ йортта йәшәүселәр стеналарҙың төҫөн, эш төрҙәрен үҙҙәре һайлай аласаҡ.
Подъезды ремонтлау өсөн республика эштең 88 процентын, ҡала – 10 процентын тәьмин итәсәк, ә ҡалған 2 процентын йорт хужалары түләргә тейеш. Әлеге мәлдә ремонтҡа мохтаж булған подъездар исемлеге төҙөлә. Программа эшләй башлау менән ҡала уның менән файҙаланасаҡ. Дөйөм алғанда, был республика халҡының тормошон яҡшыртыуға арналған программаларҙың дауамы булып тора.
Ел-ямғырҙан һаҡламай
Туҡталыштарға бәйле һорау ҙа яңғы-раны, бәйләнешкә сығыусы яңы ҡуйылған транспорт көтөү урынын ямғырҙан, елдән һаҡлай алмауы тураһында әйтте. Ул элекке форматтағы туҡталыштарҙы тергеҙеү тураһында тәҡдим менән сыҡты.
Ҡала башлығы был өлкәлә ҙур ҡалаларҙың тәжрибәһен ҡулланыу тураһында хәбәр итте. Етәксе һүҙҙәренсә, бындай туҡталыштар заманса, улар йәбештерелгән реклама ҡағыҙҙарын бөтөрөргә һәм уларҙы экрандар аша күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ғөмүмән алғанда, туҡталыш урындарына иғтибар бирелә, мәҫәлән, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы эргәһендәге туҡталыш күсерелде, ул киләсәктә йәштәр өсөн ҡулайлы итеп үҙгәртеләсәк. Унда телефондарға көс йыйҙырыу һәм ярҙам саҡыртыу өсөн кнопка ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ҙур монитор ҙа урынлаштырыласаҡ.
Йомғаҡлау урынына
...Күҙ алдына килтерәйек: фатирҙан подъезға сығабыҙ, ә уны программа буйынса матур, таҙа, яҡты итеп эшләгәндәр, урамға сыҡһаҡ та «Башҡорт ихатаһы» нигеҙендә яңырған ихата алды ҡаршылай. Ә артабан йәйәү барабыҙмы, автомобилдәме, ҡала урамдарында уңайлы мөхит булдырыу программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән, һындар ҡуйылған һәм башҡалар. Һәр хәлдә, сара-нан күренеүенсә, Стәрлетамаҡты яҡын киләсәктә нәҡ шундай күренеш көтә.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: